Все новости
Мәҙәниәт
28 Мая 2019, 09:43

Үҙ еңеүселәрен тапты!

IV Бөтә Донъя фольклориада рамкаһы аҫтында үтеп, Театр йылына, Башҡортостан Республикаһының төҙөлөүенә 100 йыл тулыуға бағышлап үткәрелгән “Урал иле “ асыҡ район фольклор фестивале лә тамамланып, үҙенең еңеүселәрен тапты.

IV Бөтә Донъя фольклориада рамкаһы аҫтында үтеп, Театр йылына, Башҡортостан Республикаһының төҙөлөүенә 100 йыл тулыуға бағышлап үткәрелгән “Урал иле “ асыҡ район фольклор фестивале лә тамамланып, үҙенең еңеүселәрен тапты. Фестиваль Мораптал, Шәбағыш, Таймаҫ, Айсыуаҡ, Бахмут, Бөгөлсән, Яҡшымбәт ауыл мәҙәниәт йорттары төбәктәрендә барлыҡ 40 ауыл клубтары, мәҙәниәт йорттары үҙ таланттарын йыйҙы. Бында үҙешмәкәр артистарыбыҙ фольклор коллективтар, халыҡ йырҙары, бейеүселәләр, сәсәндәр, ҡул оҫталары, һүрәт төшөрөүселәр, ҡурайсылар номинацияларында үҙ маһирлыҡтарын күрһәтеп, көс һынаштылар, халҡыбыҙға оло байрам эшләнеләр. Фестивалдә сығыш яһаған 23 фольклор коллективтар эсендә өс Халыҡ һәм Өлгөлө фольклор ансамблдәр ҙә ҡатнашты. ”Йәшлек” мәҙәниәт һарайы менән бергә районда барыһы алты “Халыҡ” һәм “Өлгөлө” фольклор коллективтар эшләп килә. Республикабыҙҙа 2020 йылда үтәсәк Бөтә Донъя фольклор байрамына районыбыҙҙың фольклор коллективтарының әҙерлеге яҡшы тип әйтергә лә була. Ләкин хаталар өҫтөндә эшләүҙе, коллективтарҙы үҫтереүҙә, уларҙы кейендереүгә күп көс түгергә кәрәк әле.

Шулай итеп, фольклор коллективтар араһында өсөнсө урындарҙы Шәбағыштан “Сылтыр шишмә” (етәксеһе - Розалия Әхийәрова), Бөгөлсәндән “Раздолье” (етәксеһе - Сергей Кичаев), Свободанан “Дуҫлыҡ” (етәксеһе - Наталья Кальченко), Михайловканан “Забава” (етәксеһе - Галина Яковлева), Аҡһарынан “Хазина” (етәксеһе - Айҙар Ишмөхәмәтов), Ҡотлоюлдан “Юлдаш” (етәксеһе - Зарима Боҫҡанова), Көйөргәҙенән “Сәлимәкәй” (етәксеһе - Рәзилә Байымова); икенсе урындарҙы Илкәнәйҙән “Әхирәттәр” (етәксеһе - Рина Әхтәмова), Зәк-Ишмәттән “Сөйөнбикә” (етәксеһе – Әлфиә Йосопова), Ялсыҡайҙан “Хазина” (етәксеһе - Хәлимә Аҡсурина) алдылар. Беренсе урындарҙы Яҡшымбәттән “Олотау” (етәксеһе - Гөлшат Хәйбуллина), Морапталдан “Юшатыр” (етәксеһе - Гөлназ Хәмитова), Кинйәбайҙан “Наҡаҫ” (етәксеһе - Гүзәлиә Сәғитова), Марьевканан “Ивушки” (етәксеһе – Николай Селиверстов) яуланылар. “Бейеүселәр” номинацияһында беренсе урындарҙы Яҡуттан “Ынйыҡай” бейеү ансамбле (етәксеһе - Рәмзиә Әбйәлилова), Ермолаевонан - Аделина Үтәгәнова алды. Йырсылар араһында Яҡуттан Нияз Салауатов, Абдулдан Әлфиә Хәйбуллина яуланы. Һүрәт төшөрөүселәр араһында Морапталдан Наилә Юлбаева, ҡурайсылар араһында Яҡуттан “Ҡарабай” ҡурайсылар ансамбле (етәксеһе - Рәүеф Әбйәлилов) беренсе урынға сыҡтылар. “Көйөргәҙе хазиналары” номинацияһында беренсе урынды Рәсимә Ниғмәтуллина (Мораптал ауылы), Олеся Петрова (Бөгөлсән ауылы), Ринат Атйетәров, Юлай Хәлитов (Яҡшымбәт ауылы), Вәсилә Ғәббәсова (Кинйәбай ауылы), Регина Мостафина (Ялсыҡай ауылы) яуланы. Сәсәндәр араһында Таймаҫ ауылынан Рәйлә Зәйнуллина менән ейәне Асман Рахманоғоловҡа, Кинйә-Абыҙ ауылынан Гүзәлиә Хәлиловаға беренселеккә етеүселәр булманы. Халыҡ һәм Өлгөлө ансамблдәр: “Ынйылар” (етәксеһе – Рәмзиә Әбйәлилова), “Сеспель” (Етәксеһе - Владимир Быков), “Ҡыңғырауҙар” (Етәкселәре - Владимир Назаров, Николай Шашкин), ”Миләшкәй” (етәксеһе - Любовь Бокова), “Йондоҙсоҡтар” (етәксеһе - Гөлшат Хәйбуллина) “Районыбыҙҙың иң яҡшы коллективтары” номинацияһында бүләкләнделәр. Гран-приҙы Таймаҫ ауылы мәҙәниәт йортоноң “Әхирәттәр” фольклор ансамбле (етәксеһе – Альбина Килмәтова) яуланы. Шуны әйтке килә: халҡыбыҙ араһында талантлы, егәрле, уңған ир-егеттәребеҙ ҙә, ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ ҙа бик күп. Конкурста биш йәштән 80 йәшкә тиклемге ҡатнашыусылар булды. Урал иленең таланттары тормош мәшәҡәттәре алдында ҡаушап ҡалмай, йыр-моң менән, хеҙмәт менән күңелен байытып, ғаиләләренә, халҡына, Башҡортостаныбыҙға хеҙмәт итеп, дәртләнеп йәшәй. Шуға күрә лә фестивалдә икенсе-өсөнсө урынды яулаған таланттарыбыҙ ҙа күп булды, күптәр белмәй ҙә ҡалғандыр. Ләкин алда беҙҙе Һабантуйҙар, “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!”, Шәжәрә, урам байрамдары көтә. Күп еңеүселәребеҙ Һабантуй байрамдарында, район, Республика кимәлендәге ҙур концерттарыбыҙҙа сығыш яһаясаҡтар.
Читайте нас: