Все новости
Мәҙәниәт
5 Июня 2019, 11:50

Даныбыҙ таралды

Мәскәүҙә «Ватандың йәш таланттары» фестиваленең гала-концерты уҙҙы.

Мәскәүҙә «Ватандың йәш таланттары» фестиваленең гала-концерты уҙҙы. Беҙ бәләкәй генә район, ил картаһында бик күренеп тә бармаған һымаҡбыҙ, шулай ҙа Регина Хузина исемле ҡыҙыбыҙ арҡаһында даныбыҙ бар Рәсәйҙе солғап алды. Ул ошо конкурс финалында беренсе урынды яулап алып ҡайтты.

Регина «Юшатыр» гәзите менән үҙенең Мәскәүҙән алып ҡайтҡан тәьҫораттары менән бүлеште:

- Шундай яҡшы тәьҫораттар алып ҡайттым. Фестивалде ойоштороу эше оҡшаны. Һәр урында яҡты йөҙ менән ҡаршы алып, оҙатып ҡалдылар. Рәсәйҙән килгән әллә күпме талант эйәһе, билдәле кешеләр менән аралашырға тура килде. Мин сығыш яһаған 18-24 йәшлектәр араһында 15 кеше ҡатнашты. Шулар араһында үҙемдең номинацияла 1-се урын яуланым. Бик күп сувенирҙар, кубок, диплом менән бүләкләнеләр. Рәсәй Президенты вәкиленән дә ҡотлау һәм бүләк алырға насип булды. Жюрила Рәсәйҙең атҡаҙанған артистары ине. Ә жюри рәйесе Филипп Киркоровтың атаһы — Бедрос Киркоров булды. Мин «Россия моя» тигән патриотик йырҙы башҡарҙым һәм жюринан яҡшы баһа алдым.
Читайте нас: