Бер көндө редакцияға фотоһүрəт
тотоп Күмертауҙа йəшəүсе Ка-
рам Абдуллин ағай килеп инде.
- Был иҫтəлекле фотоһүрəттə ҡасан-
дыр шаулап торған, даны тирə-яҡҡа
таралған Күмертау башҡорт халыҡ-
театрының бер төркөм үҙешмəкəр
артистары менəн тамашасыларын
күрəһегеҙ.
Күп йылдар үтеү сəбəпле,
уларҙың байтағының исем-аты оно-
толған. Шулай ҙа хəтерҙə ҡалғанда-
рын гəзит аша еткерергə телəйем,
- ти Карам Миңлеғужа улы. - Тəүге
рəттəге ике ир-егетебеҙ онотолған.
Икенсе рəттə ултыралар: Йəни-
тилина, Рəүеф, режиссер Шəм-
сиə Мусина, Хаят Баҡаева, Марс
Баҡаев, Хəкимə Биктимерова.
Артҡы рəттə баҫып торалар: Ка-
рам Абдуллин, йəғни мин, минең
янымда исеме онотолған һалдат ро-
лен башҡарыусы бер егет, бəлки, уны
белеүселəр, таныусылар барҙыр, ар-
табан Миңлевəли Ғайсин баҫып тора,
уның янында Əҡлимə, фамилияһы
онотолған, артабан Люциə Исмəғи-
лова, Миңнулла Мырҙабаев, элек-
трик Егоров, Уразбахтина, уның да
исеме онотолған, тағы бер һалдат ро-
лен башҡарыусы егетебеҙ тора, уның
янында Лилиə менəн Фəрғəт Исхаҡо-
втар, артабан Йəдкəр Түлəгəнов,
Марат Ғилметдинов, баянсы Əхəт
Шəфиев, Роза Булатова, Миңлегөл Тай-
сина, Зиннур атлы үҙешмəкəр артист.
Эй, ҡыҙыҡ була торғайны. 1967 йыл-
дан алып 22 йыл ошо театрға телəп
йөрөнөм. Эштəн һуң өйгə лə ҡайтып
тормай ас килеш тура репетицияға
йүгерə торғайным. Йəш саҡта ары-
у-талыуҙы ла белмəгəнбеҙ, репетиция
ваҡытында киреһенсə дəртлəнеп ки-
теп, барлыҡ йонсоуҙар онотолор бул-
ды. Күп төрлө спектаклдəр ҡуйҙыҡ,
миңə ниңəлер офицер, хулиган кеүек
ролдəр башҡарырға тура килде. Та-
маша ваҡытында һүҙҙəр онотолоу
кеүек ваҡиғаларҙы ла хəҙер ҡыҙыҡ
итеп һөйлəргə генə ҡалды. Ошо
түңəрəккə йөрөгəндəрҙең барыһы ла
спектаклдəн һуң көслө алҡыштарға
күмелеп ҙур ҡəнəғəтлек ала ине.
Ҡайҙан арыу булһын, күңел ҡанатла-
нып китер саҡ ине, - тип хəтирəлəре
менəн бүлеште Карам ағай.