Все новости
Мәҙәниәт
18 Октября 2019, 11:56

Башҡортостан флагы Невадаға юлланды

Штат Невада, Техас тигәнде кинонан ғына ҡарап белә инек, Лас-Вегастағы казиноларҙа аҡса отоуҙарын күреп күҙ ҡыҙҙырҙыҡ, ковбойҙар менән индейцтар һуғышын ҡарап ҡанды ҡыҙҙырҙыҡ. Хәҙер Американың теләһә ниндәй штаты ла беҙҙең өсөн ят түгел, уларҙы һүрәттә генә күреп хушһынмайбыҙ, үҙебеҙ унда барып йәшәй ҙә алабыҙ.
Көйөргәҙе районының Яҡуп ауылында тыуып үҫкән Әлфиә Фәйзуллина әле ҡунаҡҡа ҡайтҡан. Невада штаты, Лас-Вегас ҡалаһынан. Ата-баба ишетеп тә белмәгән яҡтарға ҡайҙан барып сыҡҡан - ҡыҙы шунда, бынан өс йыл элек әсәһен үҙе янына саҡырған. Әлфиә апай Өфөлә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында булған, өфөләрҙе сит илдәге хәлдәр менән таныштырған. Ете диңгеҙ аръяғында йәшәһә лә, тыуған илен онотмай ул, башҡортса диктант та яҙған, АҠШ-та үткәрелгән һабантуйҙарҙа ла гел ҡатнашып йөрөй. Әлфиә Фәйзуллинаға ҡоролтай Башҡортостан әләмен бүләк иткән - тыуған ерҙең бер иҫтәлеге.
Берәй ҡасан телевизорҙан яңылыш Неваданы күрһәткәндә Башҡортостан флагы ҡайҙалыр ялпылдап күренеп ҡалһа, белегеҙ, был Әлфиә апайҙың беҙгә ебәргән сәләме булыр.
М. ИЛЬЯСОВ
Читайте нас: