Все новости
Мәҙәниәт
25 Октября 2019, 12:10

Йырҙар мәңге һаҡланыр!

Йәш быуын халҡыбыҙҙың батыр яугирҙарын, иле, халҡы өсөн һәләк булған улдарын һәм ҡыҙҙарын бер ҡасан да онотмай. Беҙ ҙә 23 октябрҙә “Айсыуаҡ” мәҙәниәт йортонда “Еңеүҙе йөрәгең менән той” тип аталған һуғыш, илһөйәрлек тураһында йыр конкурсы үтте. Унда барлығы 12 коллектив һәм 15 яңғыҙ башҡарыусылар ҡатнашты.
Көсөргәнешле бәйгелә гран-приҙы Гран-приға «Сударушка» халыҡ фольклор ансамбле (Ермолаево ауылы, етәксеһе Т. Никитина) яуланы.
1-се урынды «Саялар» балалар ансамбле (Кинйәбай ауылы), «Россияночка» халыҡ вокаль ансамбле (Свобода ауылы), Илнар Кәримов, Вадим Мәүлетшин (Абдул ауылы), Азамат Таипов (Ҡансыра ауылы), Илшат Рамаҙанов (Ермолаево ауылы) яуланылар. 2-се урынға «Тамсылар» балалар ансамбле (Павловка ауылы), «Йылмайыу» өлгөлө эстрада ансамбле (Ермолаево ауылы), «Ынйылар» халыҡ фольклор ансамбле (Яҡут ауылы), Алина Юлдашева (Мораптал ауылы), Сафина Рәшитова (Ермолаево ауылы) лайыҡ булһа, 3 урынға «Сеспель» сыуаш халыҡ фольклор ансамбле (Керәүле –Илюшкин ауылы), «Миләшкәй» урыҫ халыҡ йыр ансамбле (Отрада ауылы), Людмила Семёнова (Керәүле –Илюшкин ауылы), Иван Эшонов (Свобода ауылы), «Умырзая» йыр ансамбле (Кинйәбай ауылы) сыҡты. Иң бәләкәй 5 йәшлек ҡатнашыусы Әнүәр Вәхитов «Башҡортостандың киләсәге» номинацияһында бүләкләнде. Еңеүселәр 20 ноябрҙә Мораҡ ауылында үтәсәк “Еңеү Солюты” Республика фестивалендә ҡатнашасаҡ.
Конкурстағы ҡатнашыусыларға ҡарап, йылдар-быуаттар үтһә лә Еңеүгә әйҙәгән илһөйәрлек йырҙар һәр ваҡыт халыҡ күңелендә һаҡлыныр, тип әйтке килә.
Йәмилә РАМАҘАНОВА,
“Йәшлек” мәҙәниәт һарайы режиссеры.
Читайте нас: