Районыбыҙ артистары ошо көндәрҙә Илеш районында булып ҡайттылар. Улар унан бер түгел ике еңеү алып ҡайтты.
«Ауаз» тип аталған II күп жанрлы башҡорт этник мәҙәниәте һәм хәҙерге заман сәнғәте асыҡ фестивалендә ҡатнаштылар беҙҙекеләр. «Етегән» халыҡ йыр ансамбле (етәксеһе Венера Усманова) һәм «Һабантуй» триоһы (етәксеһе Айҙар Хөснөтдинов) үҙҙәренең номинацияһында икенсе дәрәжәле диплом менән бүләкләнделәр.
Шулай уҡ улар Илеш районының Ҡырғыҙ ауылына гастролгә сығып та йөрөп килгәндәр. Халыҡ ныҡ оҡшатҡан, әллә күпме сәхнәнән ебәрмәй тотҡандар. Ҡыҫҡаһы, Илеш сәфәре беҙҙең артистар өсөн ныҡ уңышлы булды. Афариндар! Артабан да һеҙгә уңыштар һәм еңеүҙәр юлдаш булһын!