Все новости
Мәҙәниәт
1 Ноября 2019, 11:20

Бер булып йәшәйҙәр

Айныҡлыҡ өсөн шулай уҡ Керәүлелә лә көрәштеләр. Бында ла “Айыҡ ауыл – 2019” акцияһы сиктәрендә ҙур сара үтте. Ике ғаилә - Уңғарҙан Әмәкәсовтар һәм Павловканан Егоровтар ғаиләһе шәжәрәһе менән таныштырҙы. Уларҙың сығышы, минән киткәнсе эйәһенә еткәнсе, тип кенә башҡарылманы, нәҫелдәрен һөйләп кенә ҡалманылар, шартына килтереп, ғаилә йолаларын да күрһәттеләр. Айныҡ тормоштоң ҡалай шәп икәнен ауыл башлығы И. Ворошилов та, полициянан, бәлиғ булмағандар бүлегенән килгәндәр ҙә, ауыл фельдшеры ла тәфсирләп аңлатты. ЗАГС бүлеге начальнигы С. Иванова ауылдаштары сығышын айырыуса ирәйеп ҡараны: бына күрегеҙ, шулай шәп ул беҙҙең керәүлеләр тип кенә ҡысҡырманы инде. Уның кәйефе беҙгә лә күсте, Ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе В. Фросина ла ике милләтең бер булып йәшәүҙәренә һоҡланыу белдерҙе.
Бындай сараларҙа ҡатнашыр булһаҡ, сәхнәгә менеп сығыш яһаусы, әйтерһең, беҙ үҙебеҙ, тулҡынлана башлайбыҙ, йөрәк йышыраҡ тибә. Барыһы ла һәйбәт кенә килеп сыҡһын ине, тип борсолабыҙ. Керәүлеләге был сараны ҡарай башлағас та тулҡынланыуыбыҙ бушҡа булғанына төшөндөк, һәр бер деталенә тиклем уйланып эшләнелгән, видеоһы ла булды, күргәҙмәләре лә бынамын тигән. Залдарында аш-һыу өҫтәле лә тора. Сыра юҡмы ни, тигән булдыҡ, сыуаштарҙың милли эсемлеге бит, унһыҙ байрам байрам булмайҙыр. Беҙ хәҙер айныҡ ауыл, тип яуапланы керәүлеләр, сәй генә эсәбеҙ.
Ярар быныһы, “Юшатыр” барғас-барғас, бүләкһеҙ барып ултырырға ҡыйманы, бигерәк тә Әмәкәсовтар сығыш яһай бит, ә был ғаилә - матур ғаилә, Павловка яҡтарына ғына түгел, бар район өсөн өлгө булырлыҡ. Беҙҙең даими уҡыусылар үҙҙәре. Ҡыҫҡаһы, бүләгебеҙ уларға булды. Илшат менән Әлфинә. Алма һымаҡ өс балалары бар, емертеп донъя көтәләр. Бүләкте тапшырғанда хатта, түҙмәй, ҡосаҡлаштыҡ. Бер кешене генә түгел, әйтерһең, бар милләтте ҡосаҡланыҡ.
Малик ИЛЬЯСОВ
Читайте нас: