Все новости
Мәҙәниәт
1 Ноября 2019, 11:00

Өмә лә, байрам да

Райондың 12 силсәүитенең һәр береһенән берәр ауыл республика үткәргән «Айыҡ ауыл» конкурсында ҡатнаша. Ошо көндәрҙә бер нисә ауыл район вәкилдәренә үҙҙәренең был титулға лайыҡ булыуҙарын күрһәтергә тырышты.
Яманһары ауылы халҡы иң тәүҙә зыяраттарына ҙур өмә яһанылар. Улар бындағы барлыҡ сүп-сарҙы, ағас ботаҡтарын йыйып, трактор арбаһына тейәп оҙатты. ППМИ программаһы буйынса яманһарылар зыяраттарын кәртәләй башлағайнылар. Был эште лә улар ошо көндәрҙә тамамлап ҡуймаҡсы.
Өмәнән һуң ауыл халҡы барыһы ла дәррәү генә «Айыҡ ауыл-2019» сараһына йыйылды. Иң тәүҙә улар ҡунаҡтарға ауыл тарихы буйынса видеоролик күрһәттеләр. Залды Яманһары тарихын сағылдырған фотоһүрәттәр, төрлө ҡул эштәре һәм аш-һыу өлгөләре, эскелектең зарары тураһында плакаттар менән биҙәгәндәр. Йәшел йылан менән дуҫ булыуҙың нимәгә килтереүен яманһарылар үҙҙәре ҡуйған бәләкәй генә спектакль аша ла асып һалдылар. Шулай уҡ темаға ярашлы шиғырҙар, мөнәжәттәр, халыҡ мәҡәлдәре лә яңғыраны сәхнәнән. Башҡорт халҡының борон-борондан килгән файҙалы эсемлектәре — ҡымыҙ менән буҙаны эшләү серҙәре менән дә бүлеште улар.
Р. ҒӘЛИЕВА
Читайте нас: