Все новости
Мәҙәниәт
1 Ноября 2019, 10:52

Матур сара ойошторолдо

Иҫке Отрада ауылында «Айыҡ ауыл — 2019» сараһын уҙғарҙыҡ. Бында Көйөргәҙе районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Юлай Ишмөхәмәтов, Көйөргәҙе районы буйынса полиция бүлеге начальнигы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Игорь Морозов ҡатнашты.
Байрамда ҡунаҡтарға һәм тамашасыларға «Русская горница» мини-музейын, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарының һәм тыл хеҙмәткәрҙәренең яңыртылған стендын, «Көҙ байлыҡтары» һәм «Алтын ҡулдар» күргәҙмәләрен күрһәттек. Балалар рәхәтләнеп спорт тренажерҙарында шөғөлләнде, төрлө ҡул эштәренә өйрәнде. Эскелеккә ҡаршы, сәләмәт тормош яҡлы фәһемле плакаттар ҙа залды биҙәп торҙо. Яманғол һәм Отрада ауылы артистары матур концерт номерҙары менән ҡыуандырһа, ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзалары мул табын артында барыһын да һыйланы.
Галина МАЙОРОВА
Отрада ауыл советы хакимиәте башлығы
Читайте нас: