Все новости
Мәҙәниәт
1 Ноября 2019, 11:18

Ситтә ҡалманылар

Районыбыҙҙың ауылдарында “Айыҡ ауыл - 2019” акцияһына ҡарата төрлө саралар үткәрелә. Абдул ауылы халҡы был әһәмиәтле акцияға етди әҙерләнгән. Улар “Абдулым - аҡ ауылым, аҡ ауылым айыҡ ауылым!” тип исемләп ауылдарының тарихын, ундағы тырыш халыҡ яҙмыштарын сәхнәләштереп, айыҡ тормош алып барыуҙы пропагандаланылар. Шулай уҡ уҡыусылар тарафынан “һау-сәләмәт тормош алып барыу” темаһына төшөрөлгән һүрәттәр конкурсы ла бик урынлы булды. Ә ҡул эштәренән ойошторолған күргәҙмә һәр ваҡыттағыса күҙҙең яуын алды. Бар абдуладар ҙа ҡатнашты был сарала, береһе лә ситтә ҡалманы. һәр кем үҙ өлөшөн индереүе менән дә әһәмиәтле булды был байрам.
Унда тамашасыларға ауылдарының фельдшерының, имам-хатибының, ағинәйҙәренең, старостаһының һәм башҡаларҙың айыҡ тормош хаҡында тәрән мәғәнәле телмәр тотоуҙары оҡшаны. Абдулдар, был саранан һуң, айыҡ һәм һау-сәләмәт тормош алып барыуҙың мөһимлеген тағы ла нығыраҡ аңланы. Жюри ағзалары булған Көйөргәҙе районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Юлай Ишмөхәмәтов, район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Римма Ғөбәйҙуллина һәм районыбыҙҙың баш ағинәйе Тамара Малбаева ла абдулдарға рәхмәт һүҙҙәрен әйттеләр.
Айгөл ХАЛИҠОВА
Читайте нас: