Быйыл Театр йылы уңайынан төрлө саралар ойошторола килә. Районыбыҙҙағы 15 ауыл мәҙәниәт йорто бер-береһенә штандарт тапшыра бара. Үткән аҙнала Свобода артистары был штандартты Айсыуаҡҡа тапшырҙы. Улар бер-береһенә ҡунаҡҡа йөрөшөп бөткәс, 13 декабрҙә, барыһы бергә йыйылышып, йылды ябасаҡтар.