Театр йылына бәйле фестиваль штандартты мәҙәниәт хеҙмәтҡәрҙәре бер-береһенә биреүен дауам итә. Үткән йома Айсыуаҡ мәҙәниәт усағы “Йәшлек” мәҙәниәт йорто әртистәре менән берлектә уны Керәүле-Илюшкин мәҙәниәт клубына тапшырҙы. Улар Павловка клубында концерт ҡуйып, А. Игебаевтың “Игеҙәктәр” спектакленән өҙөк тә ҡуйнағандар. Залда кеше күп булған, күрше тирә-яҡ ауылдарҙан да килгәндәр.
- Йылы ҡабул итеп, беҙҙе көслө алҡыштарға күмгән Павловка, Әмәкәс, Кинйәбай ауылдары халҡына рәхмәтебеҙ сикһеҙ, - тиҙәр әртистәр.
Иртәгәһенә был штандартты Керәүле-Илюшкин мәҙәниәт йорто Отрадаға тапшырҙы. Улар саф сыуаш телендә театр ҡуйғандар.
“Донъя буйлап” тип аталған спектаклде ҡарарға - Зинаида Сурпан - автор үҙе лә килеп еткән хатта. Әртистәр шул тиклем килештереп уйнаған, уларҙы тамашасылар алҡыштар менән яуҙырған. 4 декабрҙә Отрада мәҙәниәт усағы Театр йылына арналған штандартты Бахмутҡа тапшырасаҡ.