Все новости
Мәҙәниәт
3 Декабря 2019, 11:00

Кубок - “Замана балалары”нда

Үткән аҙнала ҡалабыҙҙа Күмертау башҡорттары ҡоролтайы кубогына алтынсы тапҡыр шаяндар һәм тапҡырҙар конкурсы үтте. “Шаяниум” Театр йылына һәм Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына арналды. Уйында уҡыусылар һәм студенттарҙан торған өс команда ҡатнашты: 3-сө БРГИ-нан “Етегән”, Күмертау педагогия колледжынан “Мәрәкәселдәр”, Республика политехник лицей–интернатынан “Замана балалары” командалары.
Уйын йәнле һәм күңелле барҙы. Уҡыусыларҙың үткер шаяртыуҙарын, ҡыҙыҡлы сәхнәләрҙе, актерлыҡ оҫталығын билдәләргә кәрәк. Йәштәр ике һынау үтте: визитка һәм музыкаль биатлон .
Жюри ҡарары менән конкурстың ҡала башҡорттары ҡоролтайы кубогы һәм Гран-при республика политехник лицей-интернаты командаһына бирелде. I урын – 3-сө БРГИ-ла, II урынды Күмертау педагогия колледжы яуланы. Күмертау педагогия колледжы студенткаһы Әлиә Ташбулатова ҡатын-ҡыҙ ролен иң яҡшы башҡарыусы тип табылды, ир-егеттәр ролен иң яҡшы башҡарыусы дипломына – Илсур Боҫҡанов лайыҡ булды.
Айгөл ХАЛИҠОВА
Читайте нас: