Все новости
Мәҙәниәт
6 Декабря 2019, 13:50

Сит илдәге кеүек

Әлфиә Шәмиғоловаға бүләк тапшырырға барғанда, бер ыңғайы Күмертау ҡалаһының үҙәк китапханаһы буйлап сәйәхәт тә ҡылдыҡ.

Әлфиә Шәмиғоловаға бүләк тапшырырға барғанда, бер ыңғайы Күмертау ҡалаһының үҙәк китапханаһы буйлап сәйәхәт тә ҡылдыҡ. Беҙҙең өсөн был ысын мәғәнәһендәге мауыҡтырғыс сәйәхәт булды ла ҡуйҙы, сөнки китапханаға бик шәп ремонт эшләнелгән. Капиталь ремонт һәм йыһаз алыу өсөн ҡала бюджетынан китапханаға 2 686 320 һум аҡса бүленгән.
Ремонттан һуң бында булған юҡ ине әле. Элекке менән сағыштырғанда, әлеге китапхана кәнфит һымаҡ булған да ҡуйған. Бар тирә-яҡ ялтырап тора. Үҙеңде Күмертауҙа түгел, ә ҡайҙалыр сит ил китапханаһында йөрөгән кеүек хис итәһең бында. Китап һөйөүселәр өсөн бар шарттар ҙа тыуҙырылған, һәр нәмә үҙ урынында, бар нәмә уйланып эшләнгән. Хатта, китапты ятып уҡыр өсөн һике һымаҡ нәмә лә ҡуйғандар. Шулай уҡ һәр ерҙә Wi-Fi селтәре тота, шулай булғас, бушлай ғына интернетҡа керергә мөмкинлек бар. Бер бүлмәләрендә компьютерҙар теҙелеп ултыра. Бында пенсионерҙарҙы компьютер серҙәренә өйрәтәләр икән. Хаҡлы ялдағы һәр кеше бында килеп, интернетҡа кереп, үҙенә кәрәкле мәғлүмәт алыу мөмкинлегенә лә эйә. Шулай уҡ китапханала ҡаланың төрлө йәштәге кешеләре өсөн бик күп түңәрәктәр ҙә эшләп килә. Күпме генә яҙһаң да, бындағы хозурлыҡты һүҙ менән генә аңлатып бөтөрлөк түгел, үҙегеҙгә барып күрергә кәрәк буласаҡ.
Р. ҒӘЛИЕВА
Автор фотоһы
Читайте нас: