Все новости
Мәҙәниәт
13 Декабря 2019, 12:15

Ағинәйҙәр менән осраштыҡ

Яҡшымбәт мәктәбенең 3-сө класс уҡыусылары ауылыбыҙ ағинәйҙәрен осрашыуға саҡырҙы. Был сараны беҙ башҡорт теле аҙналығы сиктәрендә үткәрҙек.

Яҡшымбәт мәктәбенең 3-сө класс уҡыусылары ауылыбыҙ ағинәйҙәрен осрашыуға саҡырҙы. Был сараны беҙ башҡорт теле аҙналығы сиктәрендә үткәрҙек.
Үҙҙәре лә матур милли кейемдәр кейеп килгән ағинәйҙәр балаларға башҡорт халҡының милли кейемдәре һәм биҙәүестәре тураһында бик күп мәғлүмәт бирҙеләр. Уҡыусылар уларҙы ҙур ҡыҙыҡһыныу менән тыңланылар, үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын яуҙырҙылар. Шулай уҡ ағинәйҙәребеҙ балаларға башҡорт телен өйрәнеүҙең әһәмиәте хаҡында аҡыллы фекерҙәрен, кәңәштәрен әйттеләр. Осрашыу шундай йәмле үтте.
Сараға килгән Мәрйәм Йәноҙаҡ ҡыҙы Искәндәроваға һәм Рәйлә Ғәзиз ҡыҙы Аҡһароваға уҡыусылар исеменән ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.

Рузалия АЙҘАРОВА

Яҡшымбәт мәктәбенең башҡорт теле

һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы

Читайте нас: