Все новости
Мәҙәниәт
13 Декабря 2019, 12:30

Юғарыға еткереп, юғары баһалау

Көйөргәҙе районы мәғариф бүлеге, район кимәлендә 7 декабрҙән 14 декабрға тиклем, башҡорт теле аҙналығы иғлан итте.

Көйөргәҙе районы мәғариф бүлеге, район кимәлендә 7 декабрҙән 14 декабрға тиклем, башҡорт теле аҙналығы иғлан итте. Бындай Указды беҙ күптән көткәйнек. Әгәр ҙә мәктәптәрҙә бындай аҙналыҡ йыл да үткәрелеп килһә, быйыл инде район кимәлендә үткәреү планлаштырылды. Аҙналыҡ милли кейемдәр, милли биҙәүестәрҙә, саф башҡорт телендә сәләмләп ҡаршы алыу менән башланып китте. Көнө буйы мәктәп тик башҡортса ғына гөрләп торҙо: класс сәғәттәре, түңәрәк өҫтәлдәр, тематик һөйләшеүҙәр бик йәнле үтте. Аҙна буйы уҡытыусылар барлыҡ уҡыусылар менән бергә мәктәп гәзиттәре сығарҙы, “Үҙеңдең башҡорт телеңде бел!” агитацион реклама үткәрҙе, “Минең туған телем!” темаһына презентация эшләне, “Башҡорт телен өйрән!” тип аталған фотосессияла ҡатнашты. 10 декабрь "Дуҫлыҡ күпере" тигән тема менән, ситтә йәшәгән милләттәштәребеҙ араһында башҡорт телен пропагандалау, үҫтереү, һаҡлау маҡсатында, бер төркөм уҡытыусылар менән, Ырымбур өлкәһе Төйлөгән районының Аллабирҙе ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбенә барҙыҡ. Аҙналыҡтың планына ярашлы, 11 декабрь Павловка урта дөйөм белем биреү мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының семинары булып үтте. Был мәктәптә барлығы 46 бала белем ала, шуларҙың 26 башҡорт, 20 сыуаш милләтенән. Ике милләт дуҫ-татыу ғүмер итә был ауылда. Һәр милләт үҙҙәренең ғөрөф-ғәҙәттәрен, йолаларын, телдәрен бик теләп өйрәнә, балаларын да патриотик рухта тәрбиәләй улар. Башҡорт теленән асыҡ дәресте башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы - Әлфинә Рәшит ҡыҙы Әмәкәсова, сыуаш теленән сыуаш теле уҡытыусыһы - Лариса Николаевна Степанова күрһәтте. Дәрестәр методик яҡтан дөрөҫ төҙөлгән, ФДББС (ФГОС) талаптары дәрестең бар этаптарында ла һаҡланған. Дәрестәрҙә предмет-ара бәйләнеш булдырылды, телмәр үҫтереү, уҡыу күнекмәләре үткәреү һәр этапта күҙәтелә килде. Тәрбиәүи эшкә лә уҡытыусылар ентекле ҡарағандар. Хәҙерге ваҡытта ғаилә ҡиммәттәрен белеү, ата-әсәйгә ҡарата йылы мөнәсәбәт тыуҙырыу, дуҫ-татыу булып йәшәү, милләт-ара дуҫлыҡ тәрбиәләү кеүек эштәр һәр дәрестә лә ҡаралған. “Беҙ дуҫлыҡ менән көслө” тип аталған дәрестән тыш сараны Әмәкәсова Анастасия Марат ҡыҙы әҙерләп күрһәтте. Иҫ китмәле, йөрәккә үтеп инерлек, күңелде йылытырлыҡ бындай сараны, үҙ күҙҙәрең менән барып күрмәһәң, бар нескәлектәренә тиклем, әйтеп кенә, аңлатып бөтөп булмай, минеңсә. Мостай Кәримдең “Һеңлекәш” киноһы өҙөгө менән башланды был сара. Кинолағы әртистәр, үҙҙәре үк килгәндәрме әллә, тип торабыҙ. Ике милләт балаларының дуҫлыҡтарын үҙҙәренеке кеүек тип күрһәтергә теләне уҡыусылар. Ысынтылап та, бейеүҙәре, йырҙары, уйындары бергә үрелеп барҙы. Байрамдың аҙағында бар мәктәп уҡыусылары, уҡытыусылары “Һәр ваҡыт булһын ҡояш!” йырын өс телдә йырлап, тамамлап ҡуйҙы. Тәрбиәүи яҡтан үтә көслө булды был сара. Шулай уҡ аҙналыҡта, ауыл ағинәйҙәрен, аҡһаҡалдарын, ата-әсәләрен саҡырып йыйылыштар, түңәрәк өҫтәлдәр үткәреү ҡаралған. Туған телде ни өсөн өйрәнеү кәрәклеген, ата-бабаларҙан ҡалған аманатты киләһе быуынға еткереү кәрәклеген, нәҡ ерле халыҡ йәшәгән ерҙә генә башҡорт телен туған тел итеп һаҡлап алып ҡалып булыуы тураһында барҙы һөйләшеү. Аҡһаҡал, ағинәйҙәр үҙҙәренең өлгөһөндә балалар адында тәрбиәүи эштәр алып барасаҡтарын әйттеләр. Бер яҡтан фәһемле лә, икенсе яҡтан файҙалы ла булған аҙналыҡ аҙағына ла яҡынлаша. Әммә ләкин, телде пропагандалау, өйрәнеү был аҙналыҡ менән генә сикләнмәйәсәк, ә һаҡлау, үҫтереү буйынса уҡытыусылар тағы ла дәртлерәк, һөҙөмтәлерәк эшләйәсәк. Уҡытыуҙа яңы алымдар, яңы технологиялар өҫтөндә лә әүҙемерәк эш башлаясаҡбыҙ. “Беҙҙең иң беренсе бурыс – халҡым һөйләшкән телде юғарыға еткереү, юғары баһалау”, тигәйне Алик Ханов “Йөрәк сере” шиғыр ятлау конкурсында. Бергә булып, берҙәм булып, бер юҫыҡта эшләгәндә генә телебеҙҙең киләсәге булыр.

Ләйсән АҘНАБАЕВА,

район мәғариф бүлегенең

методика кабинеты мөдире

Районда бөтәһе 17 белем биреү мәктәбе, 11 башланғыс мәктәп һәм 24 балалар баҡсаһы эшләп килә. 2019-2020 уҡыу йылында дөйөм белем биреү учреждениеларында 10-дан артыҡ милләт вәкиле булған 2257 уҡыусы белем ала: 795 башҡорт, 1009 рус, 292 татар һәм 130 уҡыусы сыуаш милләтенән. Милли мәғарифты үҫтереү буйынса мәғариф бүлегендә планлаштырылған эш алып барыла. БР “Мәғариф тураһындағы” Ҡануниәттең 7-се статьяһына ярашлы 2019-2020 уҡыу йылында 2-се кластан алып 9-сы класҡа тиклем 1462 уҡыусы башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнә. Башҡа туған телдәрҙе уҡытыу өсөн бирелгән сәғәттәр тейешле кимәлдә уҡытыла. Шулай уҡ, башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнеүҙә күсәгилешлелек булдырыу маҡсатында 2018 йылдың 1 сентябренән Ермолаевоның ике балалар баҡсаһында өлкән һәм мәктәпкәсә йәштәге балалар төркөмдәрендә башҡорт теле индерелде. Ә “Батыр”, “Бәпембә”, “Тирмәкәй” балалар баҡсаларында башҡорт төркөмдәре эшләп килә. Көйөргөҙе районында белем алыу 4 телдә ойошторолған һәм 4 туған тел (башҡорт, рус, татар, сыуаш) өйрәнелә. Районда башҡорт телен бөтәһе 795 бала өйрәнә. Был барлыҡ башҡорт милләтле балаларҙың 100 % тәшкил итә. Татар телен туған тел булараҡ 157 бала өйрәнһә, 44 уҡыусы сыуаш телен туған тел булараҡ уҡый.

Читайте нас: