Все новости
Мәҙәниәт
13 Декабря 2019, 11:50

Йырланыҡ-бейенек, гармунда ла уйнаныҡ

Яңы Мораптал ауылы ла «Йырсы ауыл» республика конкурсына ҡушылды. Мәҙәниәт йортонда был көндө 7 йәштән алып 67 йәшкә тиклем 50-ләп кеше ҡатнашлығында йырлы-моңло тамаша гөрләне.

Яңы Мораптал ауылы ла «Йырсы ауыл» республика конкурсына ҡушылды. Мәҙәниәт йортонда был көндө 7 йәштән алып 67 йәшкә тиклем 50-ләп кеше ҡатнашлығында йырлы-моңло тамаша гөрләне. Сарала Ырымбур өлкәһе Иманғол ауылы һәм үҙебеҙҙең гармунсылар сығыш яһаны. Шулай уҡ «Умырзая» фольклор ансамбле, Яҡут ауылынан Йомаҙиловтар ғаиләһе сәхнәгә сыҡты. Ун йыллап инде сәхнәгә сыҡмаған ветеран баянсыбыҙ Рауил Шәмсетдинов был концертҡа килеп, йырсыларҙы йырлатты һәм концертыбыҙҙы тағы ла нығыраҡ йәмләне.
Жюри составында Миңнур Ғисмәтуллина, Рәмилә Ҡужаҡова, Аҡһарынан Гөлсөм Сәлихова булды.
1-се урынға Айзилә Буранова, Йомаҙиловтар, Ләйсән Сәйфуллина, Алина Юлдашева, әсәле-ҡыҙлы Ләйсән һәм Зинира Заһитовалар, Алик Әбдрәшитов, Нәсимә Шәмсетдинова, Миңһылыу Шәмсетдинова, «Умырзая» ансамбле һәм «Алһыу» балалар баҡсаһы тәрбиәселәре сыҡты.
Матур формалар кейгән йырсы кадеттарға һәм уларҙың уҡытыусылары Венера Кинжалиеваға, Иҫке Мораптал мәктәбе уҡыусыларына һәм уҡытыусыһы Рәмилә Ҡужаҡоваға, Фәйрүзә Закирова етәкселегендәге балалар баҡсаһы тәрбиәселәренә һәм барлыҡ башҡа ҡатнашыусыларға рәхмәт әйтәбеҙ. Концертты бейеү менән биҙәгән Ангелина Таңатарова, Альфиза Ғәлимова һәм Алһыу Мәүлихановаға рәхмәт белдерәбеҙ.
Гөлназ ХӘМИТОВА
Яңы Мораптал ауылы
Читайте нас: