Үткән аҙнала Яңы Таймаҫ мәҙәниәт йортонда ла “Йырлы ауыл” конкурсы үтте. Сараға ауылдан, “Аҡбуҙат” балалар баҡсаһынан һәм Р. Солтангәрәев исемендәге гимназия-интернатынан иң талантлылар йыйылды. Улар үҙҙәренең моңло тауыштары менән тамашасыларҙы ҡыуандырҙы, оло йәштәгеләрҙең дә, кескәй балаларҙың да күңелдәренә дәрт өҫтәнеләр.
- Беҙгә матур ял бүләк иткән сараны ойоштороусы Альбина Килмәтоваға, Ләлә Исмәғиловаға, гимназия һәм балалар баҡсаһы етәкселәренә һәм барлыҡ ҡатнашыусыларға ҙур рәхмәт, - ти таймаҫтар.