Все новости
Мәҙәниәт
17 Декабря 2019, 12:10

Онотолмаҫлыҡ хистәр

“Йырлы ауыл” конкурсы райондың һәр ауылында ла әүҙем бара. Үткән йома Илкәнәй менән Йомағужа ауылдарында ла был сара бик матур үтте.

“Йырлы ауыл” конкурсы райондың һәр ауылында ла әүҙем бара. Үткән йома Илкәнәй менән Йомағужа ауылдарында ла был сара бик матур үтте. Йомағужалар Илкәнәйгә, аҙаҡ илкәнәйҙәр йомағужаларға барып, концерт ҡуйҙы. Был ике ауылдың һәүәҫкәр артистары конкурста ҙур теләк менән ҡатнашты. Илкәнәйҙә концертты бөтә зал “Уфтанма” йыры менән тамамлаһа, Йомағужала күмәкләп “Ауыл кисе” йырын башҡарҙылар.
Бигерәк тә Йомағужа ауылында халыҡтың күп булыуы ҡыуандырҙы, унда тамашасы залында баҫып торорлоҡ та урын булманы. Был сараны ҡарарға хатта Мәләүез ҡалаһынан һәм күрше райондарҙан килеүселәр ҙә булды. Моңло тауышлы, һәр ваҡыт ике ауылдың да сәхнә түрҙәрен яулаусы әртистәре яңғыҙ ҙа, парлап та йырҙар башҡарҙы. Тәүге тапҡыр сәхнәгә сыҡҡандарҙың булыуы ла йөрәккә май булып яғылды.
Шулай уҡ Йомағужала оҫта баянсылар, гармунсылар ҙа сәхнәнәнең йөҙөк ҡашына әүерелде. Улар үҙҙәренең моңло ла, дәртле лә көйҙәре менән тамашасылар күңелендә онотолмаҫлыҡ хистәр уятты.
Афарин, тип әйтергә генә ҡала. Артабан да йөҙөгөҙҙән йылмайыу, күҙҙәрегеҙҙән нур китмәһен һәм моң-даръяларығыҙ ашып торһон, Йомағужа һәм Илкәнәй таланттары.
Читайте нас: