Все новости
Мәҙәниәт
24 Декабря 2019, 11:50

Күршеләр шәп!

21 декабрҙә Яңы Мораптал ауылының мәҙәниәт йортонда «Дуҫлыҡ күпере» тип аталған матур концерт программаһы уҙҙы.

21 декабрҙә Яңы Мораптал ауылының мәҙәниәт йортонда «Дуҫлыҡ күпере» тип аталған матур концерт программаһы уҙҙы. Унда күрше Ырымбур өлкәһенең Октябрьский ауылынан «Сәфәр» халыҡ бейеүе ансамбле, 1-се Иманғол һәм 2-се Иманғол ауылдарының «Умырзая», Броды ауылынан «Ынйылар» ансамбле сығыш яһаны. Был ансамблдәрҙең етәксеһе — билдәле балетмейстер, яҡташыбыҙ Венер Хәмитов. Ул ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә ошондай ҙур эш башҡарған. Күршеләрҙең сығыштары ауыл халҡына бик оҡшаны. Шулай уҡ был концертта Яңы Морапталдан Алик Әбдрәшитов, Алина Юлдашева, Октябрь ауылының «Изюминки» вокаль ансамбле (етәксеһе Наталья Костюченко), Рима Еремеева, Эльвира Исхаҡова, Венера Рафиҡова ҡатнашты. Яңы Мораптал бейеүселәре Ғаяз Әбйәлилов менән Александр Левицкий ҙа үҙҙәренең оҫта сығыштары менән бар тамашасыны хайран ҡалдырҙы. Һәр сығыш тамашасыларҙың оҙаҡ итеп ҡул сабыуҙары менән оҙатылып барҙы.
Илгиз ВӘЛИЕВ
Яңы Мораптал ауылы
Читайте нас: