Все новости
Мәҙәниәт
21 Января 2020, 11:30

Илатты ла, көлдөрҙө лә

Үткән шәмбе Ҡотлоюл клубына Илкәнәй ауылы "Умырзая" халыҡ театр коллективы килде.

Үткән шәмбе Ҡотлоюл клубына Илкәнәй ауылы "Умырзая" халыҡ театр коллективы килде. Улар Гөлшат Әхмәтҡужинаның "Нисек түҙә был йөрәк?" пьесаһы буйынса әҙерләнгән спектаклен күрһәттеләр. Тамашала Рөстәм менән Ғәлиә Вахитовтар, Зөлфиә, Раян, Азалия Араптановтар һәм Гүзәл Мөхәмәтшина үҙҙәренең ролдәрен бик оҫта башҡарҙылар. Ысын әртистәр кеүек шәп уйнанылар, беҙҙе улар көлдөрҙө лә, илатты ла. Беҙгә килеп матур тамаша бүләк иткәндәре өсөн, Ҡотлоюл тамашасылары исеменән, Илкәнәй әртистәренә ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. Был коллективты ойошторған Рина Әхтәмоваға алдағы эшендә ижади уңыштар теләйбеҙ.
Зарема БОҪҠАНОВА
Ҡотлоюл ауылы
P/S: Әйткәндәй, илкәнәйҙәр был спектакль менән Муса, Йомағужа ауылдарында ла булғандар. “Халыҡ беҙҙе һәр ерҙә лә яратып ҡаршы ала. Тамашаны ҡарап илай-илай, көлә-көлә көслө алҡыштарға күмеп рәхмәттәр әйтәләр”, - ти илкәнәй әртистәре. Был аҙна аҙағында улар Көйөргәҙе ауылына ла барырға планлаштыралар.
Читайте нас: