Все новости
Мәҙәниәт
28 Января 2020, 11:55

Стәрлеләр йөрөй икән

26 ғинуарҙа Стәрлетамаҡта үткән «Еңеү салюты» республика халыҡ ижады фестивалендә Көйөргәҙе районы таланттары концерт-театр программаһы менән сығыш яһаны. Шулай уҡ райондың үҙәк китапханаһы, балалар сәнғәт мәктәбе һәм тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы үҙҙәренең күргәҙмәһен алып барҙы.

26 ғинуарҙа Стәрлетамаҡта үткән «Еңеү салюты» республика халыҡ ижады фестивалендә Көйөргәҙе районы таланттары концерт-театр программаһы менән сығыш яһаны. Шулай уҡ райондың үҙәк китапханаһы, балалар сәнғәт мәктәбе һәм тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы үҙҙәренең күргәҙмәһен алып барҙы. Был фестивалдә Көйөргәҙе районынан барлығы 170 кеше ҡатнашты.
- Шундай мәртәбәле сарала ҡатнашыуыбыҙға бик шатбыҙ. Беҙ унда райондың «Йәнтөйәк» фольклор ансамбле менән бергә сығыш яһаныҡ. Сценарий буйынса һуғышҡа йөн ойоҡ, бейәләй, янсыҡтар әҙерләп ебәрҙек. Һуғышҡа ярҙам итеү маҡсатында халыҡ элек, аҡсалары булмағас, үҙҙәренең алтын-көмөш беләҙек-йөҙөктәрен дә йыйып ебәрер булған. Шул эпизодты ла сәхнәләштерҙек. Беҙҙең район артистары, шулай итеп, бер сәғәт буйына бер-бер артлы сығып матур итеп сығыш яһап ҡына торҙо. Жюри составына районыбыҙҙың төрлө милләттән йыйылған коллективтары берәй йола йә йыр-бейеү тәҡдим итте. Шуныһы ҡыуандырҙы: стәрлеләр концертҡа йөрөйҙәр икән, зал туп-тулы булды. Хаҡлы ялда булһа ла һаман тырышып эшләп йөрөүсе, шундай матур халыҡ ансамбле ойоштороусы Мәрйәм апай Юлдыбаеваға рәхмәт әйткем килә, - тип Стәрлетамаҡтан алып ҡайтҡан тәьҫораттары менән бүлеште Ҡотлоюл ауылынан Зарима Боҫҡанова.

Читайте нас: