Яҙыусы, Күмертау ҡалаһы ветерандар Совеыт рәйесе Закир Аҡбәров Татарстандың Яр Саллы ҡалаһынан ҙур һөйөнсө менән ҡайтҡан. Ҡыуанысын "Юшатыр" гәзите менән бүлешергә килде. Закир Насир улының "Йылдар һәм юлдар" романы былтыр "Майҙан" журналының 6 һанында донъя күргән һәм журнал, Татарстан яҙыусылар берлеге, "Татмедиа" йәмғиәте ойошторған Илдар Юзеев исемендәге премияһына лайыҡ булған. Ошо уңай менән күрше республикаға саҡырғандар Закир ағайҙы, һис көтмәгәйнем былай ҙурлауҙарын, ти яҙыусы, - диплом ҡушып, түш знагын да ҡаҙап ҡайтарҙылар,
Закир Аҡбәровтың ижады Башҡортостан әҙәби майҙанында ғына түгел, унан ары ла сығып китеп уҡыусылар ихтирамын яулауы шәп күренеш. Беҙ яҙыусына ихлас ҡотлайбыҙ, яуланаһы үрҙәр алда һәм тағы ла бейегерәк булһын.