Все новости
Мәҙәниәт
14 Марта 2020, 18:00

Әйҙәгеҙ, бейергә!

Башҡортостанда үтәсәк фольклориадаға бәйле алты мөһим һорау

Быйылғы йәйҙә, 18 июлдән 1 авгусҡа тиклем, Башҡортостан йәнә гөрләйәсәк. Алтынсы Бөтә донъя фольклориадаһында сығыш яһау өсөн беҙгә 85 илдән өс мең артист киләсәк. Сараны үткәреү тарихы барышында быйылғыһы ҡатнашыусылар һаны буйынса иң күләмлеһе буласаҡ. Сағыштырыу өсөн: бөтә йылдарҙы бергә иҫәпләгәндә «Евровидение» конкурсында 52 ил ҡатнашҡан. Фольклориада ниндәй сара ул, кемдәр киләсәк, унда нисек ҡатнашырға? Беҙ ошолар хаҡында белештек.Ниндәй сара?Фестиваль – фольклор ижадының үҙенсәлекле Олимпиадаһы, тиергә мөмкин. Уны дүрт йылға бер тапҡыр Халыҡ-ара фольклор фестивалдәре һәм традицион сәнғәт ойошмалары советы үткәрә. Фестивалде тамаша ҡылыусылар ике аҙна дауамында унда ҡатнашыусы халыҡтарҙың бейеүҙәрен, милли уйындарын, кәсептәрен ҡарау, йырҙарын, милли музыка ҡоралдары моңдарын тыңлау мөмкинлегенә эйә. Тәүге фольклориада 1996 йылда Нидерландта үтте һәм 51 илде берләштерҙе. Артабан сара Япония, Венгрия, Көньяҡ Корея һәм Мексикала ойошторолдо. 2008 йылда фольклориаданы Ҡытай ҡабул итергә тейеш ине, әммә киҙеү эпидемияһы арҡаһында ул үткәрелмәне. Рәсәй бер ваҡытта ла номинанттар исемлегендә булманы, шуға күрә әле килеп сараның тап беҙҙең республикала уҙыуы айырыуса әһәмиәтле.– Бөтә планетала фольклор иҫ киткес популярға әйләнә бара. Традицион мәҙәниәт глобализация ҡаҙанында юғала барыуға дусар заманда, кеше үҙенең тамырҙарына тартыла. Был үҙ асылыңды һаҡлау ихтыяжы. Донъяның төрлө мөйөштәренән беҙҙең кеүек үк фекер йөрөткән кешеләрҙең бергә йыйылыу урыны итеп тап беҙҙең Башҡортостандың һайланыуына мин бик шатмын, – тип яҙҙы үҙенең блогында Радий Хәбиров.Ҡайҙа ҡарарға?Бөтә республиканы шартлы рәүештә туғыҙ округҡа бүлделәр, уларҙан тыш Өфө үҙе айырым биләмә һанала. Барлыҡ ҡатнашыусыларҙы «команда»ларға бүләсәктәр, һәм улар үҙҙәренә тәғәйен округҡа барып, ундағы бөтә район үҙәктәрендә буласаҡ.Концерттарҙың яҡынса йөкмәткеһе һәм графиктары әле үк билдәле. Һеҙҙең районға ниндәй илдәрҙән ҡунаҡтар килеүе, уларҙың ҡасан сығыш яһауы хаҡында мәғлүмәтте folkloriada2020.com рәсми сайтының «Округтар» бүлегендә табырға мөмкин. Концерттарҙан тыш, фестиваль сиктәрендә күргәҙмә-йәрминкәләр, традицион уйындар, парадтар ойоштороласаҡ. Һәр ил үҙенең биҙәү-һынлы сәнғәт оҫталарын алып киләсәк, милли костюмдарын, музыка ҡорамалдарын күрһәтәсәк.Концерттарҙы нисек тамаша ҡылырға?Билеттар һатып алырға кәрәкмәй – улар булмаясаҡ. Сараға барлыҡ теләүселәр килә ала. Сығыштар асыҡ майҙансыҡтарҙа, әгәр һауа торошо насар булһа, мәҙәниәт һарайҙарында үтәсәк. Төп сәхнә Өфөләге «Торатау» Конгресс-холы янындағы амфитеатрҙа урынлашасаҡ. Бында сараны асыу тантанаһы һәм гала-концерт уҙасаҡ. Һәр илдең ижади коллективы төп сәхнәлә биш минутлыҡ программа менән сығыш яһаясаҡ, район үҙәктәре сәхнәһендә ярты сәғәтлек концерт тәҡдим итәсәк, ә инде урамда үтәсәк парадтар мәлендә 15-30 секундлыҡ бейеү элементы күрһәтәсәк. Төп шарт – барыһы ла йәнле музыка оҙатыуында башҡарылырға тейеш, фонограммалар ҡәтғи рәүештә тыйыла.Кемдәр киләсәк?Ҡағиҙәләргә ярашлы, һәр ил исеменән бер генә коллектив сығыш яһай. Әлегә барлыҡ ҡатнашыусыларҙың исемлеге билдәләнеп бөтмәгән, ул артҡандан-арта бара. Мәҫәлән, Канаданан квебек фольклорындағы боронғо бейеүҙәрҙе һәм көйҙәрҙе һаҡлау һәм таратыу менән шөғөлләнгән «Tam Ti Delam» ансамбле, Пуэрто Риконан 45 йыл дауамында урындағы халыҡтың мәҙәниәтен һәм фольклорын бөтә донъяға танытҡан «Гибаро де Пуэрто-Рико» киләсәк. Кот-д’Ивуар дәүләтенән Фил һөйәге утрауының Халыҡ бейеүҙәре коллективы ҡатнашырға йыйына. Ҡунаҡтарҙың тулы исемлеге менән рәсми сайттың (folkloriada2020.com) «Ҡатнашыусылар» тигән бүлегендә танышырға мөмкин. Ҡабул итеүсе яҡ үҙенең бай мәҙәниәтен күрһәтергә тейеш, шуға күрә беҙҙә Волга буйы, Кавказ, төньяҡ халыҡтары коллективтары сығыш яһаясаҡ. Пензанан киләсәк «Вензеля» ансамбле лә Рәсәй мәҙәниәтен танытасаҡ. Ә беҙҙең республика исеменән Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре, «Мираҫ» йыр һәм бейеү ансамблдәре һәм башҡа танылған коллективтар ҡатнашасаҡ. Ә бына хедлайнер, йәғни махсус рәүештә саҡырылған төп ҡунаҡ булмаясаҡ, фестивалдең ҡағиҙәләренә ярашлы, һәр ил бер тигеҙ шарттарҙа сығыш яһаясаҡ.Сараның талисманы нимә буласаҡ?Ә был беҙҙән тора! Яңыраҡ республикала фольклориаданың символына конкурс иғлан ителде. Белеүебеҙсә, Мәскәү олимпиадаһының символы – айыу, Сочилағыныҡы – леопард, ҡуян һәм аҡ айыу, футбол буйынса донъя чемпионатыныҡы Забивака бүре булғайны. Башҡортостанды һынландырған, донъяның төрлө мөйөштәренән килгән күп һанлы ҡунаҡтарҙың хәтерендә ҡалырлыҡ шундай символды һеҙ ҙә тәҡдим итә алаһығыҙ. Конкурс эштәрен аңлатма менән бергә 31 мартҡа тиклем түбәндәге электрон адресҡа ебәрергә кәрәк: [email protected]. Еңеүсене сараны рәсми асыу тантанаһына саҡырасаҡтар. «Ҙур төҙөлөштәр» буласаҡмы?Фольклориадаға бер ниндәй ҙур төҙөлөштәр булғаны юҡ һәм булмаясаҡ та. Ойоштороусы булараҡ сығыш яһаған республиканы сара үтәсәк урындарҙың төҙөклөгө нығыраҡ борсой. Концерт уҙасаҡ райондарҙа майҙандарҙы һәм мәҙәниәт йорттарын ремонтлайҙар. Мәҫәлән, февраль аҙағында фестивалде ҡабул итәсәк майҙандарҙың береһе буласаҡ Асҡар ауылында төҙөкләндерелгәндән һуң 280 урынлыҡ тамаша залына эйә мәҙәниәт йорто үҙ ишектәрен асты. Бында 38 миллион һумға торошло эштәр башҡарылды.Ә Өфөлә бынан ун йылдан ашыу элек ремонтҡа тип ябылып, әле булһа эшләмәгән «Бейеүсе торналар» фонтаны асыласаҡ. Ҡасандыр был майҙан ҡала халҡының яратып ял иткән урыны ине.
Читайте нас: