Йәмилә РАМАҘАНОВА, “Йәшлек” мәҙәниәт йорто режиссеры:
- Бәйгелә ҡатнашырға теләүсе ҡыҙҙар һәм егеттәрҙең теләктәре ҙур, әммә, ауылдарҙа улар менән эшләгән белгестәр етмәүе күңелде ҡыра. Конкурста ҡатнашырға теләп беҙгә күп йәштәр килә, ләкин телебеҙҙе белмәүҙәре арҡаһында бәйгенән төшөп ҡалыуҙары ла эсте бошора.
Сарала конкурсанттарға бейеү һалыу яғынан ярҙам иткән Яҡут мәҙәниәт йортоноң художество етәксеһе Рәмзиә Әбйәлиловаға рәхмәтемде белдерәм. Сараны үткәреүҙә спонсор ярҙам күрһәткән “Юшатыр” гәзите мөхәррире Малик Ильясовҡа, фермер Дамир Хәйбуллинға, районыбыҙ хакимиәтенең йәштәр бүлегенә, ағинәйебеҙ Тамара Малбаеваға, “Мәрхәмәтлек” фонды директоры Айнур Ҡәҙимовҡа, әүҙем ҡыҙыбыҙ Алина Дәминоваға һәм Илнур Рамаҙанов етәкселегендәге “Юлдаш+” радиоһына рәхмәттәрем сикһеҙ. Йыл да ярҙам итеп торалар, уларҙың эштәрендә уңыштар теләйем.