Все новости
Мәҙәниәт
1 Мая 2020, 12:30

Уның бер генә исеме бар

Районда үткән бер сара ла уның ҡатнашлығынан тыш үтмәй. Азамат Усман улы ошо көндәрҙә 55 йәшлек күркәм юбилейын билдәләне.

Ышаныслы, итәғәтле, алсаҡ, ярҙамсыл, киң күңелле, оло йәнле, тормош яратыусан булғаны өсөн беҙ уны ихтирам итәбеҙ, яратабыҙ, тиҙәр уның тураһында бергә эшләгән коллегалары. Һүҙебеҙ ғүмере буйына тиерлек район мәҙәниәте өлкәһендә тырышып хеҙмәт итеүсе Азамат Туйгилдин тураһында бара. Районда Азамат Усман улын белмәгән бер кеше лә юҡтыр, тиһәк, моғайын, дөрөҫ булыр. Сараларҙы оҫта алып барыусы, ҡурайсы, гармунсы, йырсы булараҡ беләбеҙ уны. Районда үткән бер сара ла уның ҡатнашлығынан тыш үтмәй. Азамат Усман улы ошо көндәрҙә 55 йәшлек күркәм юбилейын билдәләне. Ошо уңайҙан барлыҡ район халҡының һөйөүен яулаған мәҙәниәт хеҙмәткәре менән әңгәмә ҡорҙоҡ. Азамат ағай: «Мин бер ҡасан да интервью биргәнем юҡ, бирә лә белмәйем. Минең турала яҙғандары ла юҡ», - тиһә лә, беҙҙең ҡарамаҡҡа, йылы ғына һөйләшеү килеп сыҡты.
Әңгәмәне 35-се һанда уҡый алаһығыҙ.
1966 йыл. Азамат әнейе менән.
Читайте нас: