Все новости
Мәҙәниәт
30 Июня 2020, 17:00

Олоһо ла, кесеһе лә ярата

Ошо көндәрҙә бер төркөм Көйөргәҙе китапханасылары Шәбағыш ауылы мәктәбендә урынлашҡан А.С. Пушкиндың тарихи-әҙәби музей-комплексына сәйәхәт ҡылды. Ҡунаҡтар бында бөйөк шағир исеме менән бәйләнгән бик күп экспонаттар менән танышты.#А.С.Пушкин

Урамда XXI быуат. А.С. Пушкин исеме һаман да бар донъяны яңғырата. Уның ижадын олоһо ла, кесеһе лә ярата.
Ошо көндәрҙә бер төркөм Көйөргәҙе китапханасылары Шәбағыш ауылы мәктәбендә урынлашҡан А.С. Пушкиндың тарихи-әҙәби музей-комплексына сәйәхәт ҡылды. Ҡунаҡтар бында бөйөк шағир исеме менән бәйләнгән бик күп экспонаттар менән танышты. Музей етәксеһе Рафиҡ Ғибадрахман улы Әминев уларға бик ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр бәйән итте. Ҡунаҡтар бик ҡыҙыҡһынып тыңланылар һәм үҙҙәренең һорауҙарын да бирҙеләр. Осрашыу һуңында музей етәксеһе А.С. Пушкин шиғырҙары буйынса конкурс үткәрҙе.
Ризида ИШМӨХӘМӘТОВА
Шәбағыш ауылы
Тулы материал "Юшатыр"ҙың 52-се һанында.
Читайте нас: