Все новости
Мәҙәниәт
7 Июля 2020, 13:05

Һәр ғаилә - үҙе бер дәүләт

Үткән шәмбе көндө Ермолаевола Йәштәр көнөнә, Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөнә арналған сара үтте.

Юлай Талха улы коронавирус ваҡытында ҙур ярҙам күрһәткән волонтерҙарға Рәхмәт хаттары тапшырҙы. Шулай уҡ алтын туйҙарын билдәләүсе Василий менән Ольга Мишустиндарҙы, Владимир менән Лидия Гавриловтарҙы, көмөш туйҙарын билдәләүсе Альберт менән Ольга Күсәрбаевтарҙы иңгә-иң терәшеп матур парҙар булып йәшәүҙәре менән ҡотланылар. Ә инде “Мөхәббәт һәм тоғролоҡ өсөн” миҙалын быйыл Йәғфәр менән Мөнирә Сынбулатовтарға тапшырҙылар. Яңы ғына үҙ ғаиләләрен ҡорған Линар менән Рәсимә Миһрановтарҙы ла ҡотлап үттеләр. 50 йыл бергә йәшәгән парҙар йәштәргә үҙҙәренең бергә татыу йәшәү серҙәрен дә һөйләнеләр.
Йәш сабыйҙары тыуған ғаиләләр ҙә ихтибарһыҙ ҡалманы был көндө, улар ҙа үҙ бүләктәрен алып ҡыуанды.

“Ғаилә” үҙәге үткәргән “Иң яҡшы атай” конкурсында еңеүселәр ҙә ҡотланды. 1-се урынды Рөстәм Халиҡов алһа, 2-се һәм 3-сө урындарҙы Мирон Самарин менән Артур Әмиров бүлеште. “Йәшлек” мәҙәниәт йорто үткәргән онлайн “Шәжәрә” видеоконкурсы еңеүселәре лә сәхнәгә сығып баҫты. Уларға үҙ нәҫелдәренең тарихтарын, быуындарын ныҡлы өйрәнеүҙәре өсөн Рәхмәт хаттары тапшырылды. Йәштәр бүлеге ойошторған коляскалар парадында ҡатнашыусы әүҙем Ниғмәтовтар, Соломатиндар һәм Әбделмәновтар ғаиләләре лә бүләкләнде.
Тулы материал "Юшатыр"ҙың 54-се һанында.
Читайте нас: