Венер Хәмитов, сараны ойошторусыларҙың береһе, Яңы Мораптал мәҙәниәт йорто балетмейстеры, "Нур" халыҡ бейеүҙәре ансамбле етәксеһе:
- Мине тыңлап килгән Таймаҫ, Отрада, Бахмут, 2-се Иманғол мәҙәниәт хеҙмәтҡәрҙәренә бик ҙур рәхмәт! "Нур" халыҡ бейеүҙәре ансамбле егеттәренә рәхмәтемде әйтер инем, улар бейеп кенә түгел, ә байрам урынын әҙерләгәндә ныҡ ярҙам иттеләр: Руслан Дәүләтсурин, Артур Аҙнабаев, Ғаяз Әбйәлилов. Һәм, әлбиттә, сараның бағымсыһы булған, Киров хужалығы етәксеһе Дамир Таһир улы Байгилдин, Мораптал ауыл биләмәһе башлығы Асҡар Исәт улы Кинжәлиев алдында баш эйәбеҙ, рәхмәт һеҙгә, икмәк тураһында ғына түгел, халыҡтың күңеле тураһында ла ҡайғыртаһығыҙ. Хыялым: Бесән өмәһен артабан райондың барлыҡ мәҙәниәте, клубтар, йырсы-бейеүселәр менән бергә үткәрергә. Был сараны әҙерләүе күңелле булһа, барыһын йыйып алыу – икеләтә күңелле. Бесән өмәһен Морапталдың сараһы итеп, брендлы итәһе ине. Әйтеүе генә анһат, уны әҙерләп, осона сыҡҡансы әллә күпме кәзә майын сығарырға тура килә. Мин ныҡ ҡәнәғәт! Элек-электән халҡыбыҙ бесән өмәһенә байрамға барған һымаҡ барған, аҙналар буйы бесән әҙерләп, йырлап-бейеп ятҡандар, ошондай матур йолаларҙы онотмаһаҡ ине – Бесән өмәһенең маҡсаты шул.