Все новости
Мәҙәниәт
14 Сентября 2020, 19:14

Хәйерле булһын

Күмертауға Надежда Бабкина инәйҙең килеп төшөүе ошо фонда мәҙәкме, сәйерме тойолдо

Һуңғы арала кәйеф-сафа ҡороуҙар кәмене, хатта бөттө – коронавирус. Аҙаҡҡы ваҡытта ғына аҙ-маҙ мәҙәни саралар үткәрә башланыҡ һымаҡ, уныһында ла 50-нән артыҡ кеше йыймаҫҡа, битлекте сисмәҫкә, бере береңә һыйынышмаҫҡа тиҙәр. Күмертауға Надежда Бабкина инәйҙең килеп төшөүе ошо фонда мәҙәкме, сәйерме тойолдо. «Рәсәй йырҙары» тигән фестиваль- марафоны үткәреп йөрөй Н. Бабкина, Күмертауға тиклем әллә нисәмә ҡала буйлап йырлап үтте. Беҙҙең ҡалала йырсыны шартына килтереп ҡаршы алдылар, О. Фролов сәскәләр, уйынсыҡ вертолет бүләк итте. Надежда Георгиевна тәүҙә мәҙәниәт һарайында мастер-класс күрһәтте, кисен ҙур концерт булды. Был тамашала үҙе генә сығыш яһаманы, беҙҙең һәүәҫкәрҙәр ҙә ҡатнашты, «йондоҙ» менән бер сәхнәлә йырлау бәхете кемгә тәтей әле тағын? Тамашала булған кешеләр, шул иҫәптән, ҡала башлығы ла, концерт шәп булды, Бабкина килеп, ҡалабыҙҙа дер һелкетте тип тәьҫирләнделәр. Шул уҡ ваҡытта күптәрҙә был тамаша асыу тыуҙырҙы: илдә пандемия аҙа ғына бара, 1 сентябргә балалары янына ата-әсәләрҙе лә кертемәй ҡамалап тоттолар, ә бында... Надежда Бабкина яуап та бирҙе: концерт мәлендә ниндәй юғары хистәр биләй кешене, эмоциялар күңелдән ташып бара, ошондай мәлдә сир йәбешәме ни? Йырсы үҙе күптән түгел генә, коронавирус менән ауырып, яһалма тын алыу аҫтында ятты, саҡ аяҡҡа баҫып китте, уның иммунитеты бар, тейеште башҡалар. Нисек кенә булмаһын, концерт булды, бәләкәй генә ҡалабыҙға ҙур йондоҙ килеп китте. Артынан төрлө хистәр һәм һорауҙар ҡалдырҙы. Ысын йондоҙ шулай булырға тейештер ҙә: уның турала ни тиклем күп һөйләйҙәр, шул тиклем яҡшыраҡ. Арты ғына хәйерле булһын.
Читайте нас: