Все новости
Мәҙәниәт
29 Сентября 2020, 13:00

Йәшәү дәрте бөрктө

Беҙгә Хәсән менән Зилә Усмановтар килде.Улар Ялсыҡайҙа, Зәк-Ишмәттә, Абдулда, Яҡшымбәттә, Яманһарыла, Яҡутта ҡуйҙы концерттарын.

Рәүзилә МӘЗИТОВА, Ялсыҡай ауылы:
- Ялсыҡай ауылына ла килде Хәсән менән Зилә Усмановтар һәм улар менән йәш бейеүсе, Бөрйән районы егете Венер.
Залда тамашасыларҙың аҙ булыуы күңелде ҡырҙы. Кеше аҙ булһа ла һәр сығыштарын көслө алҡыштарға күмдек. Концерт шул тиклем матур булды. Хәсәновтар төрлө мәҙәктәр менән көлдөрөп, моңло ла, дәртле лә йырҙар башҡарҙылар. Беҙгә килеп, матур ял бүләк иткәндәре өсөн артистарға Хәлимә Аҡсурина тамашасылар исеменән рәхмәт әйтте. Барыһы ла концерттан илһам алып таралышты. Халыҡ килгән концерттарға йөрөһөн ине, үҙебеҙ барып күрә алмайбыҙ, шуға булған мөмкинлектән файҙаланып ҡалыр кәрәк.
Тулы материал "Юшатыр"ҙың 78-се һанында.
Читайте нас: