Все новости
Мәҙәниәт
4 Октября 2020, 13:00

Һинең, минең хаҡта

Ҡәҙерле тамашасылар! 7 октябрҙә киске сәғәт 7-лә һеҙҙе Стәрлетамаҡ Башҡорт драма театрының “Күмерселәр” мәҙәниәт һарайында ҡуйыласаҡ Әнғәм Атнабаевтың "Хушығыҙ, хыялдарым" спектакленә саҡырабыҙ.

Ҡәҙерле тамашасылар! 7 октябрҙә киске сәғәт 7-лә һеҙҙе Стәрлетамаҡ Башҡорт драма театрының “Күмерселәр” мәҙәниәт һарайында ҡуйыласаҡ Әнғәм Атнабаевтың "Хушығыҙ, хыялдарым" спектакленә саҡырабыҙ. Драманы Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Азат Йыһаншин сәхнәләштерҙе. Ролдәрҙә яҡташыбыҙ Рәсил Сынбулатов уйнай, шулай уҡ Башҡортостандың халыҡ артисы Физәлиә Рәхимова, Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Илһам Рәхимов, Ләйсән Кәримова, Резеда Әмәкәсова һәм Илнур Атйетәров, Ҡәҙриә Аҡбаева, башҡа һеҙ яратып өлгөргән артистар сығыш яһай. "Күңелле йәшәйбеҙ" тележурналы йондоҙҙары ҡатнашлығындағы тамашала осрашыуыбыҙҙы түҙемһеҙлек менән көтәбеҙ.
Был сәхнә әҫәре минең, һинең, уның... көндәлек тормошо хаҡында... Ошо аҙ ғына ғүмерҙең һәр сәғәтен файҙаланып, бер-беребеҙҙең хыялдарын ишетһәк ине, ысынбарлыҡҡа илтер юлдарҙы күрһәтергә тырышһаҡ ине - бына булыр матур йәшәү, бына булыр ысын бәхет!
Читайте нас: