Ашарға ултырғас та тыныс ҡына ултыртманылар – елле концерт булды. Кеше улай-былай тамашаға тамада яллай, Яҡуттың артистары һәр береһе теләһә ниндәй тамадаңа бирерлеге юҡ – әҙер туй табынына әйләнде лә китте. Әйткәндәй, кемдер килен кем булды, тип һоаруы ихтимал. Кемгә һыу юлын күрһәттеләр? Килендәр күп булды. Берәү генә түгел. Бергә матур итеп тормош көткән бер нисә пар. Шуларҙың бенефисы булды ла китте бөгөнгө байрам. Мәҙәниәт тә бүләк бирҙе үҙҙәренә, ауыл башлығы ла тотторҙо - мендәр. Иң шәп теләк ошолайыраҡ яңғыраны: был мендәрҙәр бөгөн төндә үк туҙһын. Мендәр пүстәк ул, яңыһын алырбыҙ, бүләктәрҙе алып биргән Яңы Мораптал егете Рәмил Туҡаев, һеҙҙең бәхетегеҙҙе күрһә, тағы ла бүләкләүҙән баш тартмаҫ. Рәхмәт үҙенә.
Бына улар мендәр хужалары:
Фәнис менән Гөлнара Рахманғоловтар – бергә 15 йыл,
Наурат менән Гөлшат Яматовтар – 30 йыл,
Рәүеф менән Рәмзиә Әбйәлиловтар – 30 йыл,
Сәғәҙәт менән Раушания Бурановтар – 35 йыл,
Әхмәт менән Тәнзирә Йәнбирҙиндар – 35 йыл,
Сәлим менән Люциә Бурановтар – 45 йыл.