Все новости
Мәҙәниәт
17 Октября 2020, 19:30

Бергә булдырайыҡ

«Юшатыр» гәзитен кем булдыра? Тәү сиратта уны уҡыусылар үҙҙәре булдыра, хаттары, һорауҙары, фекерҙәре менән. Шөкөр, беҙҙең менән бәйләнештә булған, төрлө яҡтан ярҙам иткән кешеләр күп. Шуларҙың береһе Яҡшымбәт ауылы егете Азат Ғәлиев.

Рәйлә АҠҺАРОВА:
- Минең өсөн был “Шәжәрә” байрамы бик ваҡытлы булды кеүек. Мин дә олоғайып барам шикелле, йәшерәк саҡтарҙа, әнәйем мәрхүм (16 йыл булды) артымдан йөрөп шул туғандары тураһында һөйләй ине, йәшлек, ул ваҡытта бик иғтибар менән тыңламаным да... ә бына хәҙер шунда һөйләп аңлатҡандарын белгем киләсе... Улыма 40 йәш, ул да туғандар менән ҡыҙыҡһына башланы, һорауҙарына дөрөҫ кенә яуап бирергә уңайһыҙланып, уйланып ҡуям, әнәйем мәрхүмдең һөйләгәндәрен иғтибар менән тыңламағаныма күңелемдә үкенеү тойғоһо йөрөтә инем. Шәжәрә буйынса минең дә әнәйем яғынан ҡарт өләсәйем Әлимбәкова Фәйзә Фәйзулла ҡыҙы бар. Ғаиләлә ҡыҙ балалар күбеһе, улар ауыл егеттәре (Сынбулатов, Бикмаев, Сәлтәшев, Манғотов, Мирасовтар...) менән ғаилә ҡороп ауылда йәшәйҙәр. Ғаиләләр көслө лә, күсле лә була. Ғаиләлә 6-8 бала, күберәк ҡыҙ балалар. Әлеге ваҡытта ауылда йәшәүсе күптәре бер туған ҡартөләсәйҙәребеҙҙең бүлә-бүләсәләребеҙ. Шәжәрә заманса, бигерәк тә ҡыҙыҡһынған йәштәребеҙгә, балаларыбыҙға, интернет селтәрҙәрендә кереп ҡарарға мөмкинселек бар. Был Хазина, республика көнөнә ауылдаштарыбыҙға ҙур бүләк, ҙур байрам булды.
Үҙенә ҙур яуаплылыҡ алып, тырышлығы менән, ныҡышмалы, аңлайышлы, дөрөҫ мәғлүмәттәр йыйып шәжәрә төҙөүгә өлгәшкән һылыуыбыҙ Әлимбәкова-Шәфиева Филиә Рәхим ҡыҙына ихлас күңелемдән рәхмәтлемен. Ҡартолатай-өләсәйҙәребеҙҙең рухтары шат булһын! Ә туғандарыбыҙҙың туғанлыҡ ептәре һүрелмәһен, ныҡ булһын. Иҫәндәребеҙҙең ҡәҙерен беләйек, мәрхүмдәребеҙҙең ҡәберен беләйек тигән теләктәмен.
Байрам сараһын ойоштороусылар, әүҙем ҡатнашыусылар, афариндар!
Тулы материал "Юшатыр"ҙың 83-сө һанында.
Читайте нас: