Все новости
Мәҙәниәт
17 Октября 2020, 17:00

Киләсәгебеҙ бай булһын

Был хәбәрҙе йома көн үк әйтеп ҡуйҙылар, килегеҙ, бушҡа тырышманыҡ, беҙҙең нисек йәшәп ятҡанды күрегеҙ, шатлыҡтарҙы уртаҡлашығыҙ.

Һөйләшеү ҙә ауыл киләсәге хаҡында. Юнир Ирек улының тап шул киләсәкте ҡайғыртыуы:
- Яҡшымбәттә кем өйләнмәгән, шул егеттәргә әйтәм: миңә табип кәрәк. Терапевт. Ҡыҙ алыр булһағыҙ, табип булһын, - ауыл башлығы үҙенә кәләш һайлағандай, шулай наказ биреп ҡуйған - аралар эҫенешеп китмәҫ борон уҡ ҡыҙҙың дипломын асып ҡара.
Уны аңларға була, бер нисә йылдан шәп итеп Шәжәрә үткәрер, Айыҡ ауыл конкурсында ҡатнашыр булһаң, Яҡшымбәткә белгестәр кәрәк, халыҡтың иш булыуы кәрәк.
Әлимбәковтарҙың байрамы (шәмбеләге сара тап улар арҡаһында булды) шулай үтеп китте. Йылы хистәр ҡалдырҙы был байрам, тулайым алғанда, бер ауылдың тарихы ярылып һалынды. Тарихы матур, бай, киләсәге тағы ла матурыраҡ булһын.
Тулы материал "Юшатыр"ҙың 83-сө һанында.
Читайте нас: