Все новости
Мәҙәниәт
17 Октября 2020, 15:30

Оло ғорурлыҡ

Шәжәрә - сал тарихҡа бағыр тәҙрә,Күҙ яҙҙырһаң, шул тәҙрәнән атыр йәҙрә.Ал бер үрнәк – бал ҡорттары төҙөй кәрәҙ,Һин дә ятма: ҡор ояңды. Үр шәжәрә!..Ҡәҙим Аралбаев

Беҙҙең районыбыҙҙы яҡлап сыҡҡан, үҙ нәҫеле менән ғорурланып йәшәгән Тамъян ҡәбиләһе Тамъян ырыуы вәкиле Мәхмүтовтар ғаиләһе лә район “Шәжәрә байрамы”нда еңеп сығып, республика күләмендәге видео конкурста ҡатнаштылар. “Тырышып эшләгән ташҡа ҡаҙаҡ ҡаҡҡан” тигәндәй, беҙҙең дә бәйгеселәребеҙ финалға үтеп, 1-се урын яуланылар. Үкенескә ҡаршы, аҡса, машина, арауыҡтың алыҫлығы, өс ырыуға ҡараған милли башҡорт костюмдары юҡлығы, тажлы вирус, эштән китә алмау сәбәптәре арҡаһында Гала концертҡа бара алманыҡ.
Үҙ нәҫеленең аманатын, милләттең йәшәйешен һаҡлап ҡалыуға тос өлөш индерергә, изгелек эшләргә тырышҡан, ныҡышҡан, эшһөйәр Мәхмүтовтар ғаиләһенә, район мәҙәниәте бүлеге исеменән, бигерәк тә Гөлсөм Мәхмүтоваға, ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ! 1-се урын алыуығыҙ менән ҡайнар ҡотлайбыҙ! Һеҙҙең башҡорт булып йәшәп тарихыбыҙҙы, мәҙәниәтебеҙҙе, йолаларыбыҙҙы хөрмәт итеп йәшәүегеҙ оло ғорурлыҡ!

Йәмилә РАМАҘАНОВА,
БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре,
“Йәшлек” район мәҙәниәт һарайы режиссеры
Тулы материал "Юшатыр"ҙың 83-сө һанында.
Читайте нас: