Все новости
Мәҙәниәт
17 Октября 2020, 12:33

"Һулар һауа булды"

Онлайн тауыш биреүҙә ҙур ярҙам күрһәткән тыуған Көйөргәҙе районым халҡына, мәғлүмәт яғынан ярҙамдары ҙур булған “Юшатыр” гәзитенә лә рәхмәттәрем сикһеҙ.

Шулай уҡ онлайн тауыш биреүҙә ҙур ярҙам күрһәткән тыуған Көйөргәҙе районым халҡына, мәғлүмәт яғынан ярҙамдары ҙур булған “Юшатыр” гәзитенә лә рәхмәттәрем сикһеҙ. Был миңә һулар һауа булып артабан барырға яңы көс бирҙе. Гөлнара Ибракова, Рәзилә Салауатова, Мария Бабкина, Айһылыу Ғәйнетдинова кеүек билдәле кешеләр менән аралашыу, ҙур тәжрибә алыу минең хәтерҙә, күңелдә мәңгелек урын алды. Республикабыҙҙың эстрада йондоҙҙарының сығышы мәртәбәле бәйгенең йөҙөк ҡашына әйләнде. Сәхнәлә яҡташым Илнур Рамаҙановты күреү миңә өҫтәмә дәрт бирҙе, тағы ла ҡанатландырып ебәрҙе.
Гөлфиәнең фекерҙәре тулы килеш кисә гәзиттә сыҡты.
Читайте нас: