Ололар өйрәтеүенсә, йорттағы тәртип ишек төбөнән башлана. Районыбыҙҙың «Йәшлек» мәҙәниәт йорто матур бина ул, тик кергәндәге тупһаһы йәмһеҙләп, бөтә картинаны боҙоп торҙо. Беренсенән, ямаҡлап тороу булһа, икенсенән, килгән кеше абынып-һөрлөгөп ҡуймаһын тип ҡурҡыуҙар. Ҡунаҡтар килгәндә, буҫағаны бер буй ҡыҙыл иҙән балаҫы менән генә йәшермәҫлек, балаҫтар етмәҫ ине. Мәҙәниәт эшселәренең килгән-киткән кеше алдында йөҙө ҡыҙармаҫ, август айында башланған тупһа һәм пандус ремонт эштәре тиҙҙән тамамланасаҡ. Әлегә баҫҡыс яндауырҙары эшләнергә ҡалған. Тупһаның һәм уның эргә-тирәһен төҙөкләндереүгә, башлыса 8 миллион һум бүленеүе планлаштырылғайны, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, коронавирустың 2-се “тулҡын”ы сығымдарҙы ныҡ ҡына ҡыҫҡартты. Шулай ҙа, башҡарыусы подрядсы, шәхси эшҡыуар Олеся Дьяченко менән килешеү буйынса төҙөкләндереү хаҡы 770 мең һумға барып төшә. Ошо уҡ түләүҙәр менән, бина эсендә үк, мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн махсус бәҙрәф бүлмәһе ойоштороласаҡ.