Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
1 Ғинуар 2021, 02:00

ҮҘЕНСӘЛЕКЛЕ КҮРГӘҘМӘ

Балалар ижады үҙәгендә бик үҙенсәлекле күргәҙмә эшләй башланы. Унда 10 йәшлек кенә Айрат Хәйруллиндың ижади эштәре тупланған.

Балалар ижады үҙәгендә бик үҙенсәлекле күргәҙмә эшләй башланы. Унда 10 йәшлек кенә Айрат Хәйруллиндың ижади эштәре тупланған.


Ҡаланың 3-сө һанлы мәктәбенең 4-се класс уҡыусыһы Айрат Хәйруллин Балалар ижады үҙәгендәге «Антураж» креатив-студияһында (уҡытыусыһы С.С. Мельникова) дүртенсе йыл шөғөлләнә. Ошо йылдар эсендә Айрат бик күп нәмәгә өйрәнә һәм арыу ғына үҙенең картиналарын да яҙып өлгөрә. Бөтә Рәсәй һәм Халыҡ-ара конкурстарҙа ла бер нисә тапҡыр еңеү яулай ул. «Үҙең өсөн генә ижад итеү ҡыҙыҡ түгел, ижадыңды башҡаларға ла күрһәтергә һәм шатлығың менән бүлешергә кәрәк», - ти Айрат. Әгәр һеҙ ҙә 10 йәшлек кенә талант эйәһенең ошо ижади ҡыуанысы менән бүлешкегеҙ килһә, тиҙерәк Балалар ижады үҙәгенең 1-се ҡатындағы фойела урынлашҡан күргәҙмәгә ашығығыҙ! Ә Айрат Хәйруллиндың тағы ла юғары һөнәри үрҙәргә күтәрелеп, үҙенең ижади емештәре менән эрерәк ҡалаларҙы яулап алырына ышанабыҙ һәм уға ҙур уңыштар теләйбеҙ.
Читайте нас