Все новости
Мәҙәниәт
27 Января 2021, 15:00

Өләсәй һандығы бай икән

Яҡут мәҙәниәт йортонда, ауыл ағинәйҙәре, Мораптал ауыл биләмәһе ҡоролтай ойошмаһы менән берлектә "Өләсәйем һандығы” тип исемләнгән тәрбиәүи, фәһемле сара үтте.

Яҡут балаларының, һандыҡ эсен күргәс, иҫтәре киткән: бөтмәҫ-төкәнмәҫ байлыҡ ята ла баһа бында! Өләсәй һандығындағы ҡомартҡылар менән таныштырыу, оҫта өләсәйҙәр йөн иләү, бәйләү, йомғаҡ урау кеүек ҡул эштәре менән таныштырыу ғына булмаған, балалар шул эштәрҙе үҙҙәре лә эшләп ҡараған. Мәҙәниәт йорто етәксеһе Рәүеф Әбйәлилов балаларға башҡорт халҡының уйын ҡоралдары, уларҙың тарихтары менән дә яҡындан таныштырып үткән.
Читайте нас: