Мәҙәниәт
31 Января 2021, 07:00

Ҡышҡы урман

Ағастарҙан гәлсәр яуа.Ҡышҡы урман, ҡышҡы сафлыҡЙәндәремә булды дауа.Ниндәй рәхәт ҡышҡы һауа!

Добавить в предпочтительные источники Google
Ҡышҡы урман тик сафлыҡтан
Ҡороп ҡуйған һараймы ни?
Ҡара күҙле ҡайын ҡыҙҙар
Ҡараш һирпеп ҡараймы ни?
Ҡыҙылтүштәр, шат турғайҙар
Ара - тирә осоп үтә.
Егет - имән миләш - ҡыҙға
Әкрен генә серен һүтә.
Ҡышҡы урман -уйҙар иле,
Киләм әле барыһын уйлап.
Ишетелә ҡорҙар йыры
Йөрөйҙәрме әллә туйлап?..
Һаҡһыҙ ғына ҡағылыуҙан
Ағастарҙан гәлсәр яуа.
Ҡышҡы урман, ҡышҡы сафлыҡ
Йәндәремә булды дауа.
Ниндәй рәхәт ҡышҡы һауа!
Руша СОЛТАНҒОЛОВА
Ермолаево ауылы
Читайте нас