Төп маҡсаты, яулыҡҡа иғтибар йәлеп итеү, толерантлыҡ, берҙәмлек тәрбиәләү, милләт-ара йолаларҙы үҫтереү булған фестивальға яулыҡҡа битараф булмаусылар күпләп килгән.
Республиканың төрлө төбәктәренән килгән, утыҙҙан ашыу оҫталарҙың ҡул эштәре күҙҙең яуын алып тора. Өфө, Стәрлетамаҡ, Салауат, Ишембай, Мәләүез, Федоровка, Күмертау һәм башҡа ҡалаларҙан килгән оҫталар араһында Башҡортостандың халыҡ артисы Миндиғәфүр Зәйнетдинов һәм уның тормош иптәше лә бар. Күргәҙмәләге матурлыҡты күреп баштар әйләнде, кешелек үҙ ҡулдары менән шул ҡәҙәре матурлыҡтар тыуҙыра алыуы һоҡландырҙы. Йәнең теләгәнен һатып алыу мөмкинлеге лә бар.