Яңы Таймаҫ мәҙәниәт йорто һаман шул, элеккесә, бында ремонт үтһә лә, һаман төҫөн үҙгәртмәгән кеүек. Кисен, йәшлеген һағынып, урам буйлап йөрөргә Әмир ағай Солтангәрәев сыҡҡан, клубта ут янғанын күргәс, ошонда боролған, әллә егет сағын тап итермен тинеме икән, һағышлы күҙҙәре менән клубты байҡаны, ауыр көрһөндө һәм әйтеп ҡуйҙы – сәхнә лә шул уҡ, иҙәндәре лә шул уҡ икән. Кәйефе настольгияға бирелгән булһа ла, Әмир ағай төшөнкө күренмәне, клубҡа килеп, әйтерһең, ул үҙенең кескәй генә бәхетен тапты - йәшлегенә ҡайтып килде.
Нимәһе күңелде ҡырҙы, күҙгә ныҡ ташланды: ауыл хакимиәтенән береһе лә булманы. Ауыл ҡатындарын да, ирҙәрен дә рәсми ҡотлаусы, йыл буйы Таймаҫ тормошона өлөш кереткән кешеләрҙе тәбрикләүсе булманы. Кешегә күп кәрәкмәй, бер нисәһенең ҡулына Грамота тотторғанда килешер ине, төп тема пандемия бит, ауылда, моғайын, волонтерҙар йөрөгәндер, фельдшерҙар тир түккәндер, күп балалы әсәләр ҙә етерлектер... Хакимиәт – хакимиәт бит, уның һүҙе – власть һүҙе, ауылдаштары алдында сығышы булһа, бәләкәй генә булһа ла, бәхет бүләк итер ине.
Тулы материал 19-сы һанда сыҡты.