Мәҙәниәт
23 Марта 2021, 10:48

Вәт булған да егеттәр!

Һәр кем йәшлеген һағына, тәүге мөхәббәтен, шул мөхәббәт тип янғанын, ҡыҙҙар баҫтырғанын. Боронораҡ йәшәгән егеттәргә рәхәт булған, оҡшаған ҡыҙ артынан, әлегеләй, һеләгәй ағыҙып, инәлеп йөрөмәгәндәр, тотҡан да урлағандар. Вәт булған да егеттәр!

Ҡыҙ урлап дан алған егеттәр беҙҙең арала ла барҙыр."Ҡыҙҙы урлап булманы, әбей урлап уңманым" тигәндәре лә етерлектер. Нисек булһа ла, һәр кемгә дәрт тә, өлгө лә алырға мөмкинселек бар: 13 апрелдә, киске етелә, Ермолаевоның "Йәшлек" мәҙәниәт һарайында шәп егеттәр ҡыҙ урлап күрһәтәсәк.
Мостай ағаның классик әҫәрен Стәрлетамаҡ драма театры күрһәтәсәк, ролдәрҙә (иғтибар!):Башҡортостандың халыҡ артисы Ниса Бакирова (Тимербай ауылы ҡыҙы), Рәсил Сынбулатов (Яҡшымбәт ауылы егете) уйнаясаҡ.
Читайте нас