Мәҙәниәт
1 Апреля 2021, 05:23

Бер иланыҡ, бер көлдөк

Спектаклгə спонсор ярҙамы күрһəтеп, сəскə бəйлəмдəре бүлəк итеүсе фермер Бəширов Эльдар Наил улына ла ҙур рəхмəт, эштəрендə уңыштар телəйбеҙ.

Артистарыбыҙ ролдəрҙе бар тырышлыҡтарын һалып башҡарҙы, тамашасыларҙы берсə илатып, берсə көлдөрҙөлəр. Унан тыш ҡарап ултырыусыларға күренмəй генə спектаклде биҙəүселəрҙең дə эштəре бихисап булды. Мəҫəлəн, декорациялар бик уйланып эшлəнгəн, ҡала фатирында бара был күренеш: диван, телевизор, аш бүлмəһе, картиналар эленгəн, иҙəндəрҙə балаҫтар – матур итеп биҙəлгəн сəхнəнең авторы Венер Хəмитов, шулай уҡ тауыш операторы Денис Минибаев, музыкаль яҡтан биҙəүсе Лилиə Шəмсүтдинова, афиша яһаусылары Алһыу Мəвлихановаларҙың да эштəре маҡтауға лайыҡ. Спектаклгə спонсор ярҙамы күрһəтеп, сəскə бəйлəмдəре бүлəк итеүсе фермер Бəширов Эльдар Наил улына ла ҙур рəхмəт, эштəрендə уңыштар телəйбеҙ.
Гөлназ ХƏМИТОВА, Яңы Мораптал мəҙəниəт йорто директоры
Хат тулы килеш гәзиттә булды.
Читайте нас