Күмертау ҡалаһының өсөнсө һанлы библиотекаһына кеше күпләп ағыла. Килеп кереү менән башҡорт милли кейемен кейгән егет менән ҡыҙ ҡаршылағас, барыһы ла аңлашылды.
Милли кейем көнөнә арналған күркәм сарала Башҡортостанда, беҙҙең ҡалала ла тәүге тапҡыр үткәрелгән «Этно Ҡурсаҡ» конкурсын тамамлап, ҡатнашыусыларҙы бүләкләнеләр.
Әлфиә ШӘМИҒОЛОВА, Күмертау ҡалаһы Башҡорттар ҡоролтайы рәйесе:
- Хәйерле көн, барығыҙҙы ла ошо матур байрам менән ысын күңелдән ҡотлайым. Беҙҙең республикала 160 төрлө милләт йәшәй. Шуға күрә был сара, беҙҙең ҡалала тәүге тапҡыр үткәрелгән «Этно ҡурсаҡ» конкурсында ҡатнашыусылар һаны ла бик күп булды. Конкуррста 104 кеше 170 эшен күрһәтте. Номинациялар бик күп ине, иң күп ҡул эштәре милли ҡурсаҡ номинацияһында булды. Ҡалабыҙҙың балалар баҡсалары, мәктәптәре әүҙем ҡатнашыуы ҡыуандырҙы. Жюри ағзалары бар эштәрҙе лә профессиональ яҡтан ҡарап, лайыҡлы урындар бирергә тырыштылар. Һәр эштең күҙ нурын, күңел йылыһы ҡушылып эшләнеүе күренеп торҙо.
Тулыраҡ материалды киләһе һандарҙа уҡығыҙ.