Мәҙәниәт
17 Апреля 2021, 09:31

Туфан үҙе Зәк-Ишмәттә

А не замахнуться ли нам на Вильяма, понимаете ли, нашего Шекспира? Был атаҡлы һүҙҙәрҙе Зәк-Ишмәт артистарына ҡарата ла әйтергә була: улар Туфан һанлы Туфанға тотонған.

"Әсәйҙәр һәм бәпәйҙәр" исемле Т. Миңнуллиндың әҫәрен кем генә ҡарамаған икән? Шулай ҙа һәр режиссерҙың әҫәргә үҙ ҡарашы була, зәктәрҙең дә үҙ ҡарашы. Кисә улар бөйөк пьесаны сәхнәгә сығарған. Сығарған ғынамы, шәп итеп ҡуйған. Декорация, музыка, дөйөм атмосфера, барыһы ла үҙ урынында булған, Ҡазан театры үҙе килгән, тиерһең. Артистарҙың ролдәрҙе башҡарыуы - айырым тарих, әйтерһең, ауыл кешеһе түгел, МХАТ артисы уйнай.
Читайте нас