Мәҙәниәт
14 Мая 2021, 09:57

Әкиәт

Теп теүәл 50 көн ҡалды был сараға. Уны әллә ҡасан үткәреп, оноторға ла ваҡыт һымаҡ ине, тик тарих шулай теләне: Фольклориаданы быйыл үткәрәбеҙ. Беҙҙең Күмертау менән Көйөргәҙегә лә ҡунаҡтар килә тип көткәйнек, фольклор йәһәтенән нисек йәшәйбеҙ, шуныһы ҡыҙыҡһындыра ине сит ил ҡунаҡтарын, быйыл да пландар үҙгәрмәгәндер тибеҙ. Килһендәр, беҙҙең тормош торғаны менән әкиәт. Күреп ҡайтырҙар.

Теп теүәл 50 көн ҡалды был сараға. Уны әллә ҡасан үткәреп, оноторға ла ваҡыт һымаҡ ине, тик тарих шулай теләне: Фольклориаданы быйыл үткәрәбеҙ.
Беҙҙең Күмертау менән Көйөргәҙегә лә ҡунаҡтар килә тип көткәйнек, фольклор йәһәтенән нисек йәшәйбеҙ, шуныһы ҡыҙыҡһындыра ине сит ил ҡунаҡтарын, быйыл да пландар үҙгәрмәгәндер тибеҙ. Килһендәр, беҙҙең тормош торғаны менән әкиәт. Күреп ҡайтырҙар.
Бөгөн Арт Ҡоролтай форумында, хәс Олимпиаданыҡы һымаҡ итеп, көндәрҙе һанай торған табло ҡуйҙылар. Шуға ҡарап беләсәкбеҙ, йылдың иң грандиоз ваҡиғаһына нисә көн ҡалды: 49, 48,....20,...1.
Фольклориаданың символы ла булды: мәтрүшкә. Рустыҡы түгел, башҡорттоҡо, һәр хәлдә башҡортса кейенгән, күҙҙәре лә ҡыҫығыраҡ. Торғаны менән әкиәт тәтәйе.
Бөгөнгө сарала халыҡ ныҡ күп, концерт та булды. Зәйнетдин йырланы (теге ҡыҙҙары кейенгән ине нишләптер), Арғымаҡ, башҡалар. Элвин Грей ҙа бар ине, тик йырламаны, ниңә - әллә, Яңауылдан һуң бик йырлағыһы килеп тә тормайҙыр - кешене белеп бөтөп буламы ни
Ҡыҫҡаһы, Фольклориаданың башы матур ғына булды. Аҙағы ла хәйерле булһын. Һәр әкиәттең аҙағы яҡшы була ла.
Читайте нас