Заман башҡа - заң башҡа, этләнә-этләнә уйнарға өйрәнгән гармун (уйнау килеп сыҡмаһа, атып бәргән мәлдәр ҙә булды, әйтерһең, һинең ҡулың ҡыйыш булғанға ул ғәйепле, төндә мунсаға кереп ултырһаң, уйнарға тиҙ өйрәнәһең тиҙәр ине, улайтып маташылманы, бармаҡтарың эшкинмәһә, хет әллә ҡайҙа кер), онотола башланы. Ә бит ауыл ҡапҡаһы алдына сығып уйнағандар борон байтаҡ ине. Ауыл кисенең алыштырғыһыҙ бер күренеше булды. Һәр урамда бер гармунсы мотлаҡ бар. Хәҙер юҡ. Береһе лә юҡ. Моңдарын да үҙҙәре менән теге яҡҡа алып киттеләр.