Юшатыр
+21 °С
Облачно
ҮҘЕБЕҘ ХАҠЫНДА ҮҘЕБЕҘ
Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр
Мәҙәниәт
31 Мая 2021, 07:35
Аҡса юҡ
Яманғолға клуб кәрәк. Был мәсьәләне былтыр ошолайыраҡ хәл итмәксе булдылар: мәктәп барыбер буш тора, шуны әпен-төпөн итергә лә, клуб яһарға. Тик быныһына ҡул барып етмәне - аҡса юҡ. Яманғолдар иҫке клубтарына өйрәнгән, бар йәшлектәре шунда уҙҙы, шуға барыһы ла тиерлек, ниңә әллә нимә уйлап табып ултырырға, иҫкенең ҡыйығы ғына емерек, шуны рәтләйек тә алайыҡ тигән фекерҙә.
Яманғолға клуб кәрәк. Был мәсьәләне былтыр ошолайыраҡ хәл итмәксе булдылар: мәктәп барыбер буш тора, шуны әпен-төпөн итергә лә, клуб яһарға. Тик быныһына ҡул барып етмәне - аҡса юҡ. Яманғолдар иҫке клубтарына өйрәнгән, бар йәшлектәре шунда уҙҙы, шуға барыһы ла тиерлек, ниңә әллә нимә уйлап табып ултырырға, иҫкенең ҡыйығы ғына емерек, шуны рәтләйек тә алайыҡ тигән фекерҙә. Мәктәпте ремонтлай башлаһаң, мәшәҡәте күберәк була, аҡсаһы ла шул уҡ китә. Ә иҫке клуб эсендә ултырғыстар бар, стеналары ныҡ, избаш бар, сәхнә бынамын тигән, кер ҙә бейей башла. Бында ла яуап бер: аҡса юҡ. Арағыҙҙа берәй байырағы юҡмы, исмаһам, ярҙам итер ине. Ауылдаштар бер-береһенә ҡарашты: юҡ шул.
Был темаға тиҙҙән әйләнеп ҡайтырбыҙ.
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"